Мосолмандар өсөн иң изге байрамдарҙың береһе булған Ҡорбан байрамына Дүртөйлө ауылында алдан әҙерлек барҙы. Һәр кем өйөндә, ихатаһында тәртип булдырҙы, туғандарын, яҡындарын, алыҫтан ҡайтыусы ауылдаштарын ҡаршыларға әҙерләнде.
Билдәле булыуынса, Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы сиктәрендә ауыл зыяратының ҡоймаһы яңыртылды, тирә-яҡ территорияһы тәртипкә килтерелде. Ҡорбан байрамы алдынан да бында йәнә эштәр гөрләне. Зөлфиә һәм Фатиха Муллабаевалар, Рәмил Муллабаев тәртипкә килтерҙе, йыйылған сүп-сарҙы түкте. Хәлит Хәмит улы Кинйәбулатов үҙенең техникаһы менән юлды тигеҙләне, таш түшәне. Ауылдаштарҙың берҙәмлек күрһәтеүе ҡыуандырҙы.
Ҡорбан байрамы көнөндә Зөлфиә һәм Фатиха Муллабаевалар ҡорбан салдырҙы. Өлкәндәр менән бер рәттән йәштәрҙең дә килеүе дини йолаларыбыҙҙың артабан да дауам итәсәгенә өмөт уята. Ошондай күмәк кеше ҡатнашлығындағы саралар үткәргәндә һәр ваҡыт матди ярҙам күрһәткәне өсөн Йәмил Арыҫлановҡа рәхмәтлебеҙ.
Матур йолалар онотолмаһын, байрамдар киләсәктә лә күркәм үтһен.