+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Август 2019, 16:40

Почет Грамотаһы- ҡаҙаныштарҙы таныу билдәһе

Район хакимиәтендә «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматында сираттағы кәңәшмә булып уҙҙы.

Район хакимиәтендә «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматында сираттағы кәңәшмә булып уҙҙы. Хакимиәттең профилле белгестәре менән берлектә дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығы И.Ф.Мөхәмәтйәнов бындай йыйылышты аҙна һайын үткәрә.
Йыйылышты башлап, Илгиз Фәнил улы иҡтисад бүлегенә «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашырға теләүселәрҙән ғаризаларҙың килеп тороуын, тимәк, районда яңы бизнес-проекттарҙың барлыҡҡа килеүен иҫкә алып үтте. Ҡабул ителгән бөтә проекттарҙы ла тикшереп, эшҡыуарҙарға бюрократик ҡаршылыҡтарҙы еңергә һәм идеяларын тормошҡа ашырырға ҡулдан килгән тиклем ярҙам күрһәтеүҙе хакимиәт үҙ бурысы тип һанай. Осрашыуҙа шәхси эшҡыуарҙарҙың береһе тәҡдим иткән ауыл хужалығы сеймалын тәрән эшкәртеү буйынса предприятие проекты ҡаралды. Кәңәшмәгә һөҙөмтә яһап, хакимиәт башлығы тәҡдим ителгән проект үтәлешендә ярҙам күрһәтәсәк яуаплы кешеләргә айырым күрһәтмәләр бирҙе. Кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһы башлығының муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы начальнигы И.Р. Әхмәтвәлиев ҡатнашты.
Кәңәшмә сиктәрендә Дәүләкән район башлығы И.Ф Мөхәмәтйәнов күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн яуаплылығы сикләнгән “Вояж» йәмғиәте директоры Ирина Александровна Шәйхисламоваға Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты исеменән Почет Грамотаһы тапшырҙы. Ул етәкселек иткән магазин бына инде 20 йылдан ашыу Беляев урамында һәм яҡын-тирәлә йәшәүселәрҙе хеҙмәтләндерә. Һатып алыусылар уның эшенән бик ҡәнәғәт. Награда эшҡыуарҙың йылдар дауамында башҡарған намыҫлы хеҙмәтенә оло баһа булып тора.
Читайте нас: