+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Август 2019, 16:55

Кирбес етештереү – мөһим эш

Төҙөлөш кирбесе - йәмәғәт биналары, шәхси һәм күп фатирлы йорттар, башҡа йүнәлештәге объекттар төҙөүҙә киң ҡулланылған материалдарҙың береһе.

Төҙөлөш кирбесе- йәмәғәт биналары, шәхси һәм күп фатирлы йорттар, башҡа йүнәлештәге объекттар төҙөүҙә киң ҡулланылған материалдарҙың береһе. Ул электән үк матурлығы, универсаллеге һәм ныҡлығы менән төҙөүселәрҙе үҙенә йәлеп иткән. Баҙарҙа был материалға ихтыяж һәм һорау төбәктең төҙөлөш өлкәһендәге йылдам үҫешен күрһәтә.
Ҡайтанан ойоштороу процедураһын үткәндән һуң элекке 1-се Дәүләкән кирбес заводы Башҡортостан Республикаһының иң эре керамик кирбес етештереүсеһе «Кирбес Холдинг» компаниялар төркөмө составына инде. Заводтың хәҙерге исеме-яуаплылығы сикләнгән «ПромИнвестСтрой» йәмғиәте. Завод 2019 йылдың 22 апреленән реконструкция тамамланғандан һуң республиканың байтаҡ төҙөлөш майҙандарында аҙ ҡатлы һәм бейек йорттар күтәреүҙә ҙур һорау менән ҡулланылған М-125 һәм М-150 маркалы төҙөлөш кирбесе сығарыуға тотондо.
Предприятиела бөгөнгө көндә150 кешенән торған төп һөнәр эйәләре: үртәүселәр, машинистар, электр монтерҙары, формалаусылар, кирбес ултыртыусылар, өйөүселәр, төргәкләүселәр, слесарҙар, водителдәр һәм инженер-техник персонал эшләй. Яҡын көндәрҙә кирбес етештереүҙең туҡтауһыҙ циклын тәьмин итеү өсөн завод өс сменала эшләүҙе көйләп ебәрергә йыйына. Предприятие йылына 20 миллион дана кирбес етештереү ҡеүәтенә сығырға уйлай. Ҙур төҙөлөштәрҙә бик ҙур әһәмиәткә эйә булған материал етештереүсе предприятиеның төҙөлөш төркөмө заводты ҡайтанан тергеҙеү эштәрен дауам итә.
Читайте нас: