Яңы Йәнбәк ауылы - «Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы» конкурсында ҡатнашыусы
(Тыныслыҡ урамында йәшәүселәрҙең тыныс мәшәҡәттәре)
Быйыл яҙ үткән «Һабантуй-2019» байрамында «Иң яҡшы ауыл» район конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы булып уҙҙы. Ҡаҙырғол ауыл советына ҡараған Яңы Йәнбәк ауылы бер тауыштан конкурста еңеүсе тип танылды.
Был еңеү ауылға «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәре Советы» тарафынан ойошторолған «Башҡортостандың иң матур ауылы» республика конкурсында ҡатнашырға мөмкинселек бирҙе. Шул сәбәпле, беҙ был ваҡиғанан ситтә ҡалмайынса, Яңы Йәнбәк ауылы менән яҡындан танышырға тип сәфәргә сыҡтыҡ.
Ҡаҙырғол ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Илшат Мәжит улы Ғәлин район гәзите хәбәрсеһенә тыуған ауылы тураһында һөйләне.
Яңы Йәнбәк ауылына 19-сы быуатта Бәләбәй өйәҙе территорияһына Стәрлетамаҡ өйәҙенең Йәнбәк ауылынан күсеп килеүселәр нигеҙ һалған (хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Йәнбәк ауылы). 1896 йылда ауылдың 40 йортонда 139 кеше йәшәгән. 1906 йылда бында мәсет, земство һәм министрлыҡ мәктәптәре булған. Ерле халыҡ малсылыҡ, умартасылыҡ һәм урмансылыҡ кәсептәре менән шөғөлләнгән.
Яңы Йәнбәк - райондан 43 саҡрым алыҫлыҡта, Өршәк йылғаһының матур ярында урынлашҡан ҙур булмаған ыҡсым ауыл. Ауылдың асфальт түшәлгән урамы тәрән мәғәнәле Тыныслыҡ исемен йөрөтә. Яңы Йәнбәктә бөтәһе 60 йорт иҫәпләнә, халыҡ башлыса ауыл хужалығы һәм малсылыҡ менән шөғөлләнә.
Танышыуҙы беҙ Яңы Йәнбәктә тыуып үҫкән Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимов исемен йөрөткән урта мәктәптән башланыҡ. Беҙҙе мәктәп директоры Эльвира Ришат ҡыҙы Туҡаева алсаҡ йөҙ менән ҡаршы алды.
- Мәктәп 1984 йылда сафҡа инде. Бөгөнгө көндә бында Ҡаҙырғол, Ғүмәр, Хөсәйен, Мерәҫ, Яңы Йәнбәк, Ҡамсалытамаҡ, Яппар-Йәнбәк ауылдарынан барлығы 54 уҡыусы белем ала. Хәҙерге мәлдә мәктәптә тулы ҡеүәт менән яңы уҡыу йылына әҙерлек бара. Ремонт эштәрендә уҡытыусылар ғына түгел, ә уҡыусылар ҙа бик теләп ҡатнаша, - тип һөйләй мәктәп директоры.
1974 йылда уҡыусылар көсө менән мәктәп һәм Өршәк йылғаһы араһында ҡайын сауҡалығы ултыртылған. Бөгөнгө көндә үҫеп еткән ағастар, баштарын ғорур күтәреп, юл буйына йәм өҫтәп ултыра.
Мәктәп территорияһында Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙ азатлығы өсөн көрәшеп баштарын һалған һәм хәбәрһеҙ юғалған яҡташтарға һәйкәл ҡуйылған, Әхиәр Хәкимов иҫтәлегенә аҡ шыршылар аллеяһы ултыртылған, төрлө емештәр һәм йәшелсәләр сәселгән. Мәктәп бинаһында шулай уҡ фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн төркөм булдырылған. Унда бөтәһе 15 бала йөрөй. Әхиәр Хәкимовтың тормошо һәм ижад юлы тураһында һөйләүсе тыуған яҡты өйрәнеү мөйөшө бар.
- Мәктәп беҙҙең өсөн тирә-яҡ ауыл уҡыусыларын үҙенә йыйған белем үҙәге генә түгел, ә башҡорт ауылы Яңы Йәнбәк менән сыуаш ауылы Ҡамсалытамаҡты бәйләүсе күпер булып тора, - тип өҫтәй Илшат Мәжит улы.
Ауыл, респулика һәм ил тарихы айырым граждандарҙың яҙмыштары, биографияһынан барлыҡҡа килә. Был ерҙәр республикаға күп ижади шәхестәр бүләк иткән. Ауыл тәбиғәте һәм йәмле Өршәк йылғаһы мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең тотош плеядаһына илһам сығанағы булып торған. Улар араһында дин эшмәкәре һәм мәғрифәтсе Йыһангир Талха улы Әбезгилдин, Дәүләкән ҡалаһының почетлы гражданы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимов, актриса, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы Зәкиә Абдулла ҡыҙы Әхмәрова, актер, РСФСР һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы Ғәзим Ғиҙелмотаһар улы Туҡаев, «Ялҡын» бейеү коллективының художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әхиәр Насретдин улы Хәлитовтар бар.
Билдәле шәхестәрҙән тыш, ауылдың үҫешенә һәм сәскә атыуына ҙур өлөш индергән, тыуған ерҙәренә тоғролоҡтарын күп йыллыҡ хеҙмәттәре менән иҫбат иткән бик күп кеше йәшәй. Улар араһынан «Өршәк» колхозының элекке етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рәшит Малик улы Хужин, республиканың халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Яңы Йәнбәк мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Данира Нәғим ҡыҙы Фазылова, Тоцк полигонында атом бомбаһын һынауҙа ҡатнашҡан, Батырлыҡ ордены кавалеры Мәжит Солтан улы Ғәлиндарҙы телгә алып китке килә.
Талғын ғына аҡҡан Өршәк һыуҙары кеүек, төпкөл ауылда ла тормош үҙ яйына аға: тирә-яҡ болондарҙа һыйыр һәм ат көтөүҙәре тыныс ҡына утлап йөрөй, бесәнселәрҙең салғы сыңы яңғырай, йылғала бала-саға һыу инә, әтәстәрҙең көр тауышы ишетелә. Бында ҡалалағы кеүек туҡтауһыҙ транспорт ағымы, һәр саҡ ҡайҙалыр ашығыусы кешеләр, бөтмәҫ-төкәнмәҫ ығы-зығы юҡ. Ҡайындарҙың талғын елдә шаулауы, ҡояштың ҡыҙарып ҡына байыуы, саф һауа йөрәктәрҙе елкендерә, күңелдәргә йәм өҫтәй.