+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Август 2019, 17:08

Ирекмәндәрҙең йәйге уйындары

Ирекмәндәрҙең йәйге уйындарыИрекмәндәрҙең йәйге уйындары Башҡортостан Республикаһының 210 йәш ирекмәнен йәлеп итәсәк20 августа Өфө районы «Ал елкәндәр» балалар үҙәгендә Ирекмәндәрҙең йәйге уйындары башланды. Башҡортостан Республикаһының 21 муниципалитетынан 200-ҙән ашыу уҡыусы- ирекмән 3 көнгә ирекмәндәрҙең төбәк слетына йыйылды. Был сараны «3D»- ирекмәндәрҙең « бәләкәй эштәр»е проекты сиктәрендә һәм Президент гранттары фонды ярҙамында «Ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фонды» ойошторған. Ирекмәндәрҙе бик ҡыҙыҡлы һәм бай программа көтә: халыҡ алдында сығыш яһау сәнғәтенә өйрәнеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәреү, социаль проектлау, ирекмәндәр башланғыстарын мәғлүмәт сараларында яҡтыртыу, кешеләрҙе изге эштәргә йәлеп итеү һ. б.; команда уйындары, «Ирекмәндәр эштәре аллеяһы» сиктәрендә ирекмәндәр отрядтарының эшмәкәрлеген презентациялау, төрлө конкурстар, тормошҡа ашырылған проекттарҙы презентациялау, мауыҡтырғыс кейстар һ.б. Конкурс программаһы йомғаҡтары буйынса еңеүсе командаларға ойоштороусылар әҙерләгән ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ. Слеттың һуңғы көнөндә ҡатнашыусылар өсөн Өфө ҡалаһы буйлап экскурсия ойошторола.Проект тураһында белешмә.«Ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фонды» «3D»- ирекмәндәрҙең «бәләкәй эштәре» төбәк проектын 2018 йылдың декабрь айынан Президент гранттары фонды, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палаталары ярҙамында тормошҡа ашыра. Проект сиктәрендә республика ҡалалары һәм райондарында яҡлау һәм иғтибарға мохтаж кешеләргә (оло йәштәгеләр, күп балалы ғаиләләр, мөмкинлектәре сикләнгән балалар һ.б.) ярҙам итеү маҡсатында уҡыусыларҙан торған «бәләкәй эштәр» ирекмәндәр командаларының урындағы төбәк селтәре төҙөлдө.2019 йылдың март- июль айҙарында «бәләкәй эштәр» Марафон- проектының төп этабында ирекмәндәр отрядтары 3 йүнәлештә эшләне:- республиканың ярҙамға мохтаж 210 кешеһен шефлыҡҡа алдылар. Балалар аҙна һайын уларға барып, көстәренән килгән тиклем ярҙам күрһәттеләр;- 12430 кеше өсөн 324 мәҙәни, мәрхәмәтлек, аңлатыу саралары, территорияларҙы төҙөкләндереү буйынса 118 акция ойошторҙолар.«Бәләкәй эштәр» марафоны йомғаҡтары буйынса әһәмиәтле эштәр башҡарған иң әүҙем отрядтар ирекмәндәрҙең йәйге уйындарын ойоштороусыларҙан махсус бүләктәр аласаҡ.Проектта ҡатнашып, балалар ойошҡанлыҡҡа, коммерция булмаған ойошмалар менән бәйләнеш булдырырға, ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә ярҙам итеүҙә системалы эшләргә өйрәнә

Читайте нас: