“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы – Дәүләкән мәғлүмәт үҙәге һәм “Рәсәй почтаһы” федераль дәүләт учреждениеһы филиалы – Дәүләкән почтамты район территорияһында эшләп килгән элемтә бүлексәләре почтальондары араһында сираттағы конкурсҡа йомғаҡ яһаны.
Шулай итеп, 2019 йылдың икенсе ярты йыллығына подписка кампанияһы һөҙөмтәләре буйынса Поляковка почта элемтәһе почтальонкаһы Александра Федоровна Әҙелгәрәева (һүрәттә) иң яҡшы һөҙөмтәләргә иреште. Беренсе ярты йыллыҡ менән сағыштырғанда ул күберәк кешене район гәзитенә яҙҙыртҡан. кеше “Асылыкүл”-“Балҡантау” гәзитен тарата. Тырыш хеҙмәткәр Поляковка ауыл Советы ауыл биләмәһенә ҡараған алты ауыл халҡына гәзит-журналдар тарата.
- Уңыштың сере ябай, минеңсә, - ти тантана сәбәпсеһе Александра Федоровна, - ни бары үҙеңдең бурысыңды тейешенсә үтәргә кәрәк.
Өҫтәп шуны әйтергә ҡала, Александра почтальонка булып күптән түгел генә – 2019 йылдың ғинуарынан эшләй башлаған. Хаҡлы ялға сыҡҡансы почтальон булып эшләгән әсәһе Нина Михайловна Байдюк ҡыҙына ҙур терәк һәм ярҙамсы. Иң беренсе сиратта нимә эшләргә кәрәк, халыҡ менән нисек уртаҡ тел табырға – тәжрибәле хеҙмәткәр ошо йәһәттән төплө кәңәштәр биреү менән бер рәттән подписка кампанияһы осоронда ҡыҙына эш менән дә ярҙам итә.
Поляковка почта элемтәһе бүлексәһе начальнигы А. Әҙелгәрәеваны башҡа күрһәткестәр буйынса ла маҡтап телгә алды. Почтальондың гәзит-журналдарғы яҙҙырыуҙан тыш башҡа мәшәҡәттәре лә етерлек бит. Уның тәү сираттағы бурысы – йыл дауамында ниндәй һауа торошо булыуға ҡарамаҫтан, адресаттарға барып етергә.
Киләһе йыл башында Дәүләкән почтамтында 2019 йылдың тәүге ярты йыллығына подписка һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһаласаҡ. Почтальондар араһындағы конкурс положениеһына ярашлы, еңеүселәрҙе билдәләгәндә подписка кампанияһы планының үтәлеше һәм подписчиктарҙың күплеге иҫәпкә алынасаҡ.
Редакция коллективы подписка кампанияһына яуаплы ҡарағандары, еңел булмаған хеҙмәттәре өсөн ҡала һәм райондың барлыҡ почтальондарына рәхмәт белдерә.