Мәкәш урта мәктәбен тамамлағас, Салауат ҡалаһының медицина колледжында фельдшер һөнәренә уҡып сыҡты. 35 йыл Себер тарафтарында өлкән шәфҡәт туташы булып эшләне. Эшен яратып, намыҫ менән башҡарҙы, бер саранан да ситтә ҡалманы. Бөгөн инде хаҡлы ялда, Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт ветераны исемен йөрөтә. Тормош иптәше Рифҡәт Әхмәров Мәкәш ауылы егете. Улар ике ул үҫтереп, тәрбиәләп, юғары белем биреп оло юлға баҫтырҙылар. Улдары Динис менән Рөстәм Өфө дәүләт нефть-техник университетын тамамлап, ошо тармаҡта эшләп йөрөй.
Һеңлебеҙ хәҙерге көндө Ислам университетында ғәрәп теленән белем ала. Уның хыялы тормошҡа ашты: бер йыл буйы әҙерләнеп, ниәт итеп, улдарының ярҙамы менән, тормош иптәшенең ризалығын алып, нурлы Мәккәгә сәфәргә юлланды. Һөйөклө тыуған төйәгебеҙ Башҡортостан халҡының дәрәжәһе күтәрелһен, иман ҡайтһын, илебеҙ имен, күгебеҙ тыныс булһын, һуғыш сыҡмаһын тигән теләктәрен еткерә ул. Беҙ, апайҙары, һеңлебеҙ менән ғорурланабыҙ, һоҡланабыҙ, рәхмәтлебеҙ. Ата-әсәйҙең нигеҙен ҡоротмай һаҡлап, апайҙарына, туғандарына, яҡындарына, ауылдаштарына ярҙам итеп тора, һаман да белемгә ынтыла. Зөлфиәнең сәфәре уң булып, хаж ғәмәлдәре үтәлеп, доғалары, хаждары ҡабул булып, илебеҙгә хәүеф-хәтәрһеҙ, бәлә-ҡазаға тарымайынса, иҫән-имен ҡайтып етергә насип әйләһен хоҙай.