+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Август 2019, 11:37

Урманда аҙашмаҫ өсөн

Республикала бәшмәк йыйыу осоро башланды. Урманға бәшмәк йыйырға барыусы кешеләр күбәйгән һайын, аҙашҡан кешеләр һаны ла ҡырҡа арта.Уҙған аҙнала «01» дежур-диспетчер хеҙмәтенән Ишембай районы Петровское ауылы эргәһендә аҙашҡан ике ҡыҙ тураһында хәбәр алына. Уларҙы эҙләргә Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр комитетының Янғын хәүефһеҙлеге хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре сыға. Урман ситендә ҡыҙҙарҙың автомобиле табыла, ләкин яҡын-тирәлә улар күренмәй. Янғын һүндереүселәр сигнал тауыштары биреп, тирә-яҡ аҡландарҙы әйләнә башлай. Бер аҙҙан ҡыҙҙар табыла. Шундай күңелһеҙ хәлдәр килеп тыумаһын өсөн, Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр комитеты урманда йөрөүҙең хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫегеҙгә төшөрә:-тәү сиратта урманға барыр алдынан яҡындарығыҙға ҡайһы яҡҡа барыуығыҙ һәм ниндәй ваҡытта ҡайтыуығыҙ тураһында хәбәр итегеҙ;-таныш булмаған урындарға бармағыҙ;-өйҙән сығыр алдынан мотлаҡ рәүештә телефонығыҙҙы зарядкаға ҡуйығыҙ, үҙегеҙ менән бысаҡ, компас, шырпы, фонарь һәм һыҙғыртҡыс алығыҙ(«бәшмәкселәр арсеналы»нан һуңғы ике әйбер һеҙгә ут һәм тауыш ярҙамында сигналдар бирергә кәрәк буласаҡ);-тәбиғәттә оҙайлы ваҡыт булырға йыйынһағыҙ, үҙегеҙ менән етерлек аҙыҡ һәм һыу, кәрәкле дарыуҙар алығыҙ;-үҙегеҙҙең физик мөмкинлекте һәм һаулыҡ торошон аныҡ баһалағыҙ (оло йәштәгеләргә, айырыуса яңғыҙ килеш, алыҫ урындарға барыуҙан тыйылырға);-автомобилегеҙҙең үтеү ҡеүәтен тикшерегеҙ, сөнки юлда төрлө ҡаршылыҡтар: һаҙлыҡ, бейек тауҙар, йырындар, йылға үҙәндәре һәм юлһыҙлыҡ осрарға мөмкин.Күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн ошо ябай кәңәштәрҙе үтәү һеҙгә ныҡ ярҙам итәсәк! Башҡортостан Республикаһының Янғынға ҡаршы хеҙмәте дәүләт ҡаҙна учреждениеһы.

Читайте нас: