«Башкиравтодор» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы - Дәүләкән юл төҙөү-ремонтлау идаралығы коллективы өсөн йәй ҡыҙыу осор. Тап ошо осорҙа предприятиеның хеҙмәт коллективы ҡуйылған бурыстар һәм заказдарҙы башҡарып сығыуға бар тырышлығын һала.
Уларҙың эшмәкәрлеге граждандарға йөрөргә уңайлы булһын өсөн юлдарҙы төҙөкләндереүгә ҡайтып ҡала.
Предприятиеның төп бурысы – дөйөм файҙаланыуҙа булған автомобиль юлдарын ремонтлау, асфальт-бетон ҡатнашмаларын әҙерләү һәм юл төҙөлөшө буйынса эштәр башҡарыу.
Яңы юл полотноһын 15 августа ҡаланың көньяҡ-көнсығыш районында ИкенсеБолон һәм Шайморатов урамдарында күрергә мөмкин ине.
Юл эштәре мастеры Шамил Мәсәлимов әйтеүенсә йәй осоронда Р.И. Арыҫланов, С.В. Зубарев, Ф.Х. Әхмәтйәнов, А.П. Данилов, В.Н. Восковщуктар составындағы асфальт-бетон түшәү бригадаһы, Д.А. Ильясов, А.Х. Миһранов, Ю.А. Николаев, В.Р. Фәйзрахмановтарҙың асфальт-бетон әҙерләү бригадаһы, шулай уҡ водителдәр В.А. Семененко, В.Х. Ҡолоев, А.Ф. Хәмитов, И.В. Кучеров, тейәгес машинисы И.Г. Арыҫланов һәм асфальт һалыу машинисы В.А. Третьяков күп көс һалып, тырышып эшләгән.
Һуңғы арала предприятие тарафынан Шайморатов, Күл, Линейный, Кузнецов, Төҙөлөш, Карьерный, Бельский, Туғанлыҡ, Сәскәле урамдарында, Сәғит Агиш, Башҡортостандың 50 йыллығы, Болонло урамдары, шулай уҡ Төньяҡ, Шишмә тыҡрыҡтарының бер өлөшөндә 5,8 километр оҙонлоғонда ремонт эштәре башҡарылған. Суйынсы-Николаевка ауылына ингән урында 3,5 километр оҙонлоғонда юл ремонтланған һәм асфальт түшәлгән. Комсомол ауылының Үҙәк урамында 560 метр оҙонлоғонда юл ремонтланған, Ҡаҙырғол ауылының Йылға урамында 500 метр юлға ваҡ таш түшәлгән, бынан тыш, 5,5 километр оҙонлоҡтағы төбәк һәм төбәк-ара әһәмиәттәге юлдар ремонтланған һәм ваҡ таш түшәлгән.
Юл төҙөү-ремонтлау идаралығы Суйынсы ауылындағы малсылыҡ фермаларына илткән Шоссейный һәм Үҙәк урамдарҙы асфальтлау эштәре башҡара, шулай уҡ ҡала урамдарында ла ошондай уҡ эштәр планлаштырыла.
Халыҡ хужалығына һәм халыҡ ихтыяжы өсөн юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә яуап бирерлек юлдар төҙөлөшө, уларҙың торошо ремонт районды артабан үҫтереүҙә мөһим роль уйнай. Юл төҙөү-ремонтлау идаралығы коллективы хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы менән беҙҙең ҡалала һәм районда яҡшы юлдар барлыҡҡа килә һәм инфраструктура яҡшыра бара.