+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Август 2019, 18:14

Ауыл да ҡалышмай!

«Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә Иҫке Көрмәнкәй ауылында «Физкультурниктар көнө» уҙғарылды.

«Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә Иҫке Көрмәнкәй ауылында «Физкультурниктар көнө» уҙғарылды.
Был көндө байрам уҙғарылған урынды һис тә яңылышмай табып булды. Ауыл уртаһында сара үткәреләсәк спорт майҙаны алыҫтан уҡ күренеп, яңғыраған дәртле моңдар кешеләрҙе сәләмәт тормошто үҙ итеүселәр байрамына саҡырып торҙо.
Спорт майҙанына Иҫке Көрмәнкәй, Дүртөйлө, Соколовка һәм Ҡаҙанғол ауылдарынан дүрт команданы, ҡабул итеүсе яҡтың күп һанлы көйәрмәндәрен һәм тамашасыларын бергә йыйҙы.
Дәүләкән районының физик культура һәм спорт буйынса комитеты, Көрмәнкәй ауыл биләмәһе хакимиәте, Р.Ш. Хөснөтдинов КФХ-һы башлығы сараның ойоштороусылары булып сығыш яһаны.
Физик культура һәм спортты йәштәр, балалар, урта һәм оло йәштәгеләр араһында популярлаштырыу; сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау; бәлиғ булмағандар араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү; халыҡты физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү байрамдың төп маҡсаты һәм бурысы ине.
Йыйылыусылар алдында тәбрикләү һүҙҙәре менән Көрмәнкәй ауыл Советы хакимиәте башлығы И.З. Вәлиев, район Советы аппараты бүлеге начальнигы В.Р. Гәрәев, Р.Ш. Хөснөтдинов КФХ-һы вәкиле Й.Ә. Арыҫланов һәм байрамдың махсус ҡунағы - атҡаҙанған спорт мастеры, 100 метр дистанцияға йөҙөү буйынса 2012 йылда Лондонда уҙғарылған йәйге Паралимпия уйындары чемпионы Михаил Сергеевич Зимин сығыш яһаны.
Сараның тәүге минуттарынан уҡ майҙанда көсөргәнешле ярыштар башланды. Командалар сәләмләүе, тоҡ кейеп йүгереү, оҙонлоҡҡа һикереү, турникта күтәрелеү, дартс, йәшел үләндә хоккей уйындары, йүгереү һәм финал эстафетаһы бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Конкурстар һөҙөмтәһе һәм абруйлы жюри ағзалары фекере буйынса ярыштарҙа беренсе урын Ҡаҙанғол ауылы йыйылма командаһына бирелде. Икенсе урынды Соколовка ауылы йыйылма командаһы яулаһа, почетлы өсөнсө урынды Иҫке Көрмәнкәй һәм Дүртөйлө ауылдары командалары үҙ-ара бүлеште. Ярыштарҙа ҡатнашыусыларҙың бөтәһенә лә почет грамоталары һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Ә тамашасылар һәм көйәрмәндәр Физкультурниктар көнөнән ыңғай кисерештәр, сағыу тәьҫораттар алды. Был байрам ауыл тормошонда күренекле ваҡиға булып хәтерҙә ҡалды.
Читайте нас: