+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Август 2019, 18:17

Дәүләтселекте сағылдырған байрам

Дәүләкән ҡалаһында Рәсәйҙең Дәүләт флагы көнөнә арналған саралар үтте

Дәүләкән ҡалаһында Рәсәйҙең Дәүләт флагы көнөнә арналған саралар үтте
22 августа Дәүләкән ҡалаһында Рәсәйҙең Дәүләт флагы көнөнә арналған саралар булып үтте. Байрам ҡала урамдары буйлап велосипедта уҙышыуҙан башланды. Унда велосипедсы спортсылар һәм теләге булған бөтә кеше лә ҡатнашты. Велосипедта уҙышыусылар колоннаһы Рәсәй символикаһы менән биҙәлгәйне.
Һуңынан ҡаланың үҙәк майҙанында «Рәсәй флагы көнө» исеме аҫтында концерт-лекторий ойошторолдо.
Дәүләкән үҙәк китапханаһы «Китап уҡыусы Рәсәй» тигән күргәҙмә әҙерләгәйне. Ул ололарға ғына түгел, балаларға ла ныҡ оҡшаны. Теләге булған һәр кем «Рәсәй флагы- беҙҙең ғорурлығыбыҙ» тигән әҙәби эскәмйәләр эшендә ҡатнашты.
Дәүләкәндең тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре «Рәсәйҙең төп символы» Республика тарихи сәғәте сиктәрендә Рәсәй флагының тарихын һөйләнеләр һәм асфальтта аҡбур менән һүрәттәр конкурсын ойошторҙолар.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың йорт-музейында балалар үҙәк китапханаһы коллективы китапхана ирекмәндәре, Ғаиләгә ярҙам итеү үҙәге ирекмәндәре, балалар һәм йәштәр ярҙамында «Рәсәй флагы аҫтында беҙ бергә» акцияһы сиктәрендә флешмоб үткәрҙе.
Район Мәҙәниәт йорто алдында «Фрейя» сәскәләр салоны хужалары Юлиә һәм Салауат Нагаевтар флористика өлкәһендәге заманса тенденцияларҙы сағылдырған сәскә композицияларынан үҙенсәлекле күргәҙмә ойошторҙо.
Рәсәй флагы көнөнә арналған саралар ҡаланың төп микрорайондарында ла булды. «Йәштәр» микрорайонында «Тарих тыуҙырған символдар» тигән квест, Ҡояшлы паркында «Ватаныбыҙҙың өс символы» исеме аҫтында тарихи сәғәт үтте.
Дәүләкән ирекмәндәре кешеләргә Рәсәй флагы төҫөндә таҫмалар таратты, байрамдың тарихы, Рәсәй флагының әһәмиәте һәм төҫтәренең мәғәнәһе тураһында һөйләп, ҡаланың төрлө райондарында барған сараларҙа ҡатнашырға саҡырҙы.
Бөтә предпрятиелар, ойошмалар һәм учреждениелар биналарына беркетелгән Рәсәй символикаһы элементтарын яңыртты.
Читайте нас: