-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Август 2019, 18:28

Кесе тыуған ил байрамы - кешеләргә хөрмәт күрһәтеү

Бик-Ҡарамалы ауыл Советына ҡараған Баҡса ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы булып үтте.

Бик-Ҡарамалы ауыл Советына ҡараған Баҡса ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы булып үтте. Ул ауылдың 90 йыллыҡ юбилейына бағышланды. Баҡса районда ҙур ауылдарҙан булмаһа ла, сараға 300-ҙән артыҡ кеше йыйылды.
Унда ошо ауылда тыуып-үҫкән Дәүләкән районы һәм Бик- Ҡарамалы ауыл Советы хакимиәте вәкилдәре, Дәүләкән районы имам-мөхтәсибе Рәфис хәҙрәт Сафин, хәҙрәт Әмир Латипов һәм башҡалар ҡатнашты.
Тантанаға әҙерлек барышында ауылды төҙөкләндереү буйынса байтаҡ эштәр башҡарылды. 2018 йылдың көҙөндә үк өмәләр үткәрелеп, урындағы зыярат тәртипкә килтерелде. Кешеләр йорттарын матурланы, ҡойма һәм ҡапҡаларын йүнәтте.
Таҙа һәм йыйыштырылған урам байрам көнөндә айырыуса күркәм ине. Бар халыҡ ауыл уртаһындағы киң аҡланға йыйылды.
Тантана почетлы ҡунаҡтарҙы, яҡташтарҙы һәм ауылдаштарҙы ҡаршы алыуҙан башланды.
Йыйылыусыларға тәбрикләү һүҙҙәре менән Бик-Ҡарамалы ауыл биләмәһе башлығы Ө.Р. Лоҡманов, Дәүләкән районы хакимиәте вәкиле Г.В. Вәлитова, райондың имам-мөхтәсибе Рәфис хәҙрәт Сафин мөрәжәғәт итте. Элекке Киров исемендәге колхозды бик күп йылдар етәкләгән хеҙмәт ветераны Фәнил Хәмитов та ҡотлап үтте. Ошонда тыуған, күп йылдар дауамында Бик-Ҡарамалы ауыл Советы рәйесе булып эшләгән Гөлнур Данилко Баҡса ауылының тарихын, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир ауылдаштар һәм фиҙакәр хеҙмәт ҡаҙаныштары менән тыуған яҡтарын данлаусы эшсәндәр тураһында һөйләп ишеттерҙе.
Байрам ваҡытында ауылдың барлыҡ ветерандарын да тәбрикләп үттеләр. Сараны ойоштороусы Филзә Мәхмүтова хеҙмәт батырҙарына иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Шулай уҡ байрамды ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашыусылар билдәләп үтелде.
Гөлназ Кәбирова, Резида Иванова, Гөлүсә Нуруллина, Роза Нагаева һәм Айрат Харрасовтарҙың ауылдаштары хөрмәтенә башҡарған йырҙары һәр кемдең күнеленә хуш килде.
Наталья Васильева, Суфия Сәхәбетдинова, Зөлфиә Арыҫланғазина, Фидалия Ильясова, Динара Фәйзуллина, Эльвина Вилданова, Камилла Ильясова һәм Фәнил Хәйретдиновтарҙың музыкаль номерҙары бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Сараның алып барыусылары Динара Фәйзуллина менән Суфия Сәхәбетдинова ошо ерлеккә бәйле ваҡиғалар, яҡташтарҙың фиҙакәр хеҙмәте, тормош-көнкүрештәре һәм ауылдың ғорурлығы булған кешеләре тураһында һөйләне. Тыныс тормошто юҡҡа сығарған Бөйөк Ватан һуғышында Тыуған илебеҙ азатлығы өсөн көрәшкән яугир ауылдаштарҙы, тыл ветерандарын ауыл халҡы бер ҡасан да онотмаясағын әйтеп үтте.
Баҡса ере талантлы, үҙ эштәренә тоғро булған, ҙур уңыштарға өлгәшкән бик күп кешеләргә ғүмер биргән. Улар араһында Рифғәт Мөхәрмәтов, Фуат Дәүләтов, Шәмсун Мәсәлимов, Флүрә Баянова, Мәхмүзә Харрасова, Ғәлихан Ғафуров, Рәйес Нәғимуллин, Ришат Шәрәфетдинов һәм Гөлнур Данилколар бар. Ауыл хужалығы алдынғылары булған хеҙмәт һөйөүсе Шәрәфетдиновтар, Тәйүповтар, Кәбировтар, Нафиҡовтар, Нагаевтар, Сафиндар, Сәхибгәрәевтар, Тимерғәлиевтар, Нәжмиевтар, Аллаяровтар ғаиләләре һәм сәнәғәт предприятиеларында, прокуратура, эске эштәр органдарында (Нәғимуллиндар династияһы), табиптар, педагогтар (улар араһынан профессор Елена Данилко), урман хужалығы, һатыу һәм төҙөлөш өлкәһендә эшләүселәр менән кесе тыуған илебеҙ хаҡлы рәүештә ғорурлана алыуҙарын әйтеп үттеләр.
Тәүге тапҡыр Баҡса ауылының тыуған көнөнә арналған сараларҙы үткәреү инициаторы булып ауылдың хөрмәтле кешеләре - 60 йылға яҡын бергә ғүмер итеүсе (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә башлығы мәрхүм инде), лайыҡлы биш бала тәрбиәләп үҫтереүсе (уларҙың икәүһе кадрлы хәрбиҙәр, береһе автомеханик һәм икәүһе атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре) Рифғәт Сөләймән улы һәм Рәшиҙә Асраретдин ҡыҙы Мөхәрмәтовтарҙың ҡыҙы Филзә Мәхмүтова сығыш яһаны.
Сара барышында ҡунаҡтарҙы милли аштар - бишбармаҡ, буҙа, сәк-сәк, ҡорот, ҡымыҙ менән һыйланылар. Дәүләкән мәсете вәкилдәре тәмле былау бешерҙе. Күргәҙмәгә бик матур ғаилә фотолары, шәжәрә стендтары ҡуйылғайны. Байрамға саҡырылыусылар һәм ҡайтҡан ҡунаҡтар был сараның йәш быуын вәкилдәренә ауылдың тарихын, тыуған тамырҙарын өйрәнеүҙә яҡшы миҫал булып тороуын әйтеп үттеләр һәм Баҡса ауылы халҡына бәхет, ныҡлы һаулыҡ, именлек теләнеләр. Кесе тыуған илдең байрамын үткәреү- бында элек йәшәгән, бөгөнгө көндә йәшәүсе кешеләрҙе хөрмәт итеү, үткәндәрҙе иҫкә алыу һәм киләсәккә яҡты өмөттәр бағлау сараһына әйләнде.
Читайте нас: