+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Август 2019, 17:56

Сүпте йәшниктәргә һалмаһаң - штрафҡа әҙерлән!

Законһыҙ сүп түгеү урындары глобаль экологик проблема булып тора.

Законһыҙ сүп түгеү урындары глобаль экологик проблема булып тора. 2019 йылдың 1 ғинуарынан илебеҙҙә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең яңы ҡағиҙәләре ғәмәлгә инеүгә ҡарамаҫтан, бөгөнгө көнгә тиклем төбәк операторҙары был эште яйға һалмаған. Шулай уҡ кешеләр ҙә сүп-сарҙы күп осраҡта теләһә ҡайҙа ташлай.
2019 йылдың 21 - 28 авгусында Дәүләкән районында хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү өлкәһендә профилактик саралар үткәрелә.
Быны бөтәһе лә белергә тейеш!
РФ КоАП-ы 8.2 статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы йәмәғәт урындарында сүп-сар ташлаған өсөн штрафтар ҡаралған:
граждандар өсөн - 1000-дән алып 2000 һумға тиклем;
вазифалы кешеләр өсөн - 10000-дән 30000 һумга тиклем;
юридик шәхес булмаған шәхси эшҡыуарҙар өсөн - 30000-дән 50000 һумға тиклем, йәки 90 көнгә тиклем эшмәкәрлектәрен административ тыйыу;
юридик шәхестәр өсөн - 100000-дән 250000 һумға тиклем, йәки эшмәкәрлектәрен 90 көнгә тиклем административ тыйыу.
Төҙөлөш ҡалдыҡтарын ташлау өсөн дә штраф ҡаралған. Уның күләме лә бәләкәй түгел: граждандар өсөн- 3000 һумға, вазифалы кешеләр һәм юридик шәхестәр өсөн 100000 һумға тиклем.
Сүп-сарҙы фатир йәки машина тәҙрәләренән ырғытыу ҙа штрафҡа килтерәсәк. Бының өсөн 5000 һумға тиклем аҡсағыҙҙы сығарып бирергә кәрәк буласаҡ. Урманды бысратыусылар кеҫәләрен бушатыуҙан тыш, урман территорияһын йыйыштырырға мәжбүр ителәсәк.
Штраф түләүҙән ҡасып ҡотолоп булмай, сөнки бурыслыларҙы тейешле дәүләт хеҙмәттәре күҙәтеү аҫтына ала. Шуға күрә сүп-сарҙы ярамаған урында ташламаҫҡа кәңәш ителә.
Читайте нас: