+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Август 2019, 18:20

Сәсеү ҙә, урып йыйыу ҙа

Оҙайлы ямғырҙарҙан һуң, «Шәхси эшҡыуар Рихтер В.Б.крәҫтиән-фермер хужалығы» эшсәндәре ҡайтанан урып йыйыу эштәренә тотондо.

Оҙайлы ямғырҙарҙан һуң, «Шәхси эшҡыуар Рихтер В.Б.крәҫтиән-фермер хужалығы» эшсәндәре ҡайтанан урып йыйыу эштәренә тотондо. 23 авгусҡа улар ужым культуралары сәселгән 3000 гектарҙың тәүге 1000 гектарында арыш һуғыу эштәрен тамамланы. Иген культураларын 4500 гектар майҙандан йыйып алырға кәрәк.
Һәр гектарҙан уртаса уңыш 22 центнер тәшкил итә. Йыйып алынған ащлыҡ тотҡарлыҡһыҙ һаҡлау урындарына оҙатыла. Игендең мөһимерәк партиялары махсус киптергестәрҙә киптерелә һәм кәрәкле кондицияға еткерелә. Август айындағы тотороҡһоҙ һауа торошо игенселәр өсөн ауырлыҡтар тыуҙырып, игендең үҙҡиммәтен артырыусы өҫтәмә сығымдарға килтерә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, хужалыҡта үҫтерелгән игендең бер бөртөгөн дә юғалтмай йыйып алырға тырышалар.
Хужалыҡтың Ивангород бригадаһы был көндәрҙә урып-йыйыу эштәрен Бүздәк районы менән сиктәш алыҫ баҫыуҙарҙа алып бара. Комбайнерҙар Алексей Разгоняев һәм Эдуард Әмиров, арышты яҫмаларға һалыусы механизатор Александр Мумбер ямғырһыҙ көндәрҙең һәр сәғәтен файҙаланып, күберәк иген һуғып ҡалырға тырыша. Һуғылған ашлыҡты ырҙын табағына юғалтыуһыҙ ташыуға водителдәр Дмитрий Бурунов һәм Рөстәм Матсапаев бар көсөн һала.
Килгән игенде ҡабул итеүҙә, уны таҙартып киптереүҙә һәм складтарға урынлаштырыуҙа ЗАВ операторы Игорь Кузьмин һәм киптереү ҡоролмаһы операторы Василий Тарасенко, фронталь тейәгес операторы Владимир Проскуро, үҙбушатҡыс водителе Александр Антонов, эшсе Суходолов һәм үлсәүсе Наталья Жарковалар тырышлыҡ һала. Барлыҡ эштәргә склад мөдире һәм агроном Руслан Назаров етәкселек итә.
Александровка бригадаһында урып йыйыуҙа комбайнерҙар Анатолий, Иван, Александр Белогуровтар яҡшы эшләй. Игенде комбайндарҙан ҡеүәтле «Камаз» машиналары водителдәре Николай Карушин һәм Валерий Самойлов ташый. Бригаданыңырҙын табағында ҡуйылған мәсьәләләрҙе ырҙын табағы етәксеһе Оксана Әхмәҙиева, ЗАВ операторы Юрий Эпингер, водитель Александр Самойловтар ышаныслы еңеп сыға. Эштәргә агроном Илдус Фәйзуллин етәкселек итә.
Хужалыҡта 2020 йыл уңышына нигеҙ һалып, ҡыҫҡа агротехник ваҡыт эсендә ужым культураларын сәсә башланылар. Сифатлы итеп әҙерләнгән пар баҫыуҙарында хәҙерге ваҡытта сәсеү тәүлек әйләнәһенә алып барыла. Көндөҙгө сменала тракторсы Игорь Рихтер, водитель Евгений Самойлов, төнгө сменала Александр һәм Олег Мумберҙар күп көс һала. Виктор Эпингер баҫыуҙарға ашлама ташый. Арыш баҫыуҙарының һәр гектары дөйөм алғанда 240-шар килограмм минераль ашлама менән туҡландырыла. Был арыштар дәррәү сығып, мул уңыш бирһен өсөн эшләнә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ужым культураларына бүленгән 3000 гектарҙың 800 гектарында сәсеү эштәре тамамланған да инде.
Читайте нас: