+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Август 2019, 16:32

Федераль льготасылар өсөн

Социаль хеҙмәттәр йыйылмаһы федераль льготасылар статусы булған граждандарға бирелә. Социаль пакеттың хаҡы 1121,42 һум тәшкил итә.

Социаль хеҙмәттәр йыйылмаһы федераль льготасылар статусы булған граждандарға бирелә. Социаль пакеттың хаҡы 1121,42 һум тәшкил итә. Шул иҫәптән:
863,75 һум - кәрәкле дарыу препараттары менән тәьмин итеүгә;
133,62 һум - санатор-курорт дауаланыуға путевка алыуға;
124,05 һум - ҡала яны тимер юл транспортында йөрөүгә, шулай уҡ ҡала-ара транспортында дауаланыу урынына барыу һәм кире ҡайтыуға.
Йыл һайын 1 октябргә тиклем льготалар алыусыларға, киләһе йылда социаль хеҙмәттәрҙе аҡсалата йәки тауарлата алырға теләүе тураһында асыҡлыҡ индереү мотлаҡ. Бығаса алынып килгән льготаларҙың төрөн үҙгәртеүһеҙ ҡалдырырға теләһәгеҙ, ғариза яҙып тороу кәрәкмәй. Әгәр ҙә киләһе йылдың 1 ғинуарынан льготалар алыуҙа үҙгәрештәр көтөлһә, Пенсия фонды идаралығына ғариза бирергә кәрәк. Ғаризалар льготасы үҙенең һайлауын үҙгәрткәнгә тиклем көсөндә ҡала. Пенсия фондының www.pfrf.ru cайтында «Граждандарҙың шәхси кабинеты»на инеп, ғаризаны клиенттар хеҙмәтенә бармайынса ла, интернет селтәре аша бирергә була.
Беҙҙең районда 3,9 мең федераль льготасы йәшәй. Улар алған айлыҡ льготаларҙы финанслауға йыл һайын 105 миллион һум аҡса тотонола. Федераль льготасыларҙың 90 проценты социаль хеҙмәттәр йыйылмаһын аҡсалата алыуҙы хуп күрә.
Рәсәй Пенсия фондының Дәүләкән ҡалаһындағы идаралығы.
Читайте нас: