+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Август 2019, 16:48

Пенсия арта

Законға ярашлы, ауыл хужалығында кәмендә 30 йыл эшләгән һәм ауыл ерендә йәшәгән эшләмәүсе пенсионерҙар страховка пенсияһына 25 процент өҫтәмә алырға хоҡуҡлы.

Законға ярашлы, ауыл хужалығында кәмендә 30 йыл эшләгән һәм ауыл ерендә йәшәгән эшләмәүсе пенсионерҙар страховка пенсияһына 25 процент өҫтәмә алырға хоҡуҡлы.
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 25 июнендәге ҡарары менән ҡартлыҡ йәки инвалидлыҡ буйынса страховка пенсияһына өҫтәмә алырға хоҡуҡ биргән һөнәрҙәр, вазифалар исемлеге яңыртылды һәм киңәйтелде. Исемлек ауыл хужалығы техникаһын, производство ҡорамалдарын хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау, ауыл хужалығы объекттарын һаҡлау менән бәйле һөнәрҙәр, вазифалар менән тулыландырылды. Бынан тыш, ауыл хужалығы тауары етештергән шәхси эшҡыуарҙар ҙа индерелде.
Индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, Пенсия фонды идаралығында 2019 йылдың 1 ғинуарынан өҫтәмә түләү алырға хоҡуҡлы булған кешеләрҙе асыҡлау буйынса эш башҡарылды. 2019 йыл аҙағына тиклем мөрәжәғәт иткәндә киләһе йылдың 1 ғинуарынан ҡайтанан иҫәпләү үткәреләсәк.
Дәүләкән районында ауыл ерендә йәшәгән 1019 кеше пенсияһына өҫтәмә түләү аласаҡ.
Читайте нас: