Райондың «Асылыкүл»-«Балҡантау» гәзите редакцияһына ҡала кешеләре күп ваҡыт төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итә. Ул һорауҙарҙың күбеһе төҙөкләндереү эштәре тураһында. Әйтеп китергә кәрәк, район үҙәге һуңғы ваҡытта халыҡты ыңғай үҙгәрештәр менән ҡыуандырып, яйлап ҡына матурлана бара. Был үҙгәрештәр кешеләр күңеленә лә хуш килә. Ошо көндәрҙә Болонло урамында йәшәүсе Фәнис Мәхмүт улы Арыҫланғазин да редакцияға килеп шатлығы менән уртаҡлашты:
- Быйыл беҙҙең урам халҡы өсөн шатлыҡлы, ыңғай үҙгәрештәр булды. Граждандар йыйылышында беҙ 4-се һайлау округы буйынса Дәүләкән район Советы депутаты Николай Александрович Юлковҡа күп йылдар халыҡты борсоған проблема - урамды ике өлөшкә бүлгән Дим ҡултығы тураһындағы һорау менән мөрәжәғәт иттек. Унда йыйылып ҡалған яҙғы ташҡын һәм ағып төшкән һыуҙар арҡаһында ер аҫты һыуҙарының кимәле ҡырҡа күтәрелде һәм тирә-яҡ баҡсаларҙы һыу баҫты. Шулай уҡ Болонло урамында йәшәүселәр урамға асфальт түшәү һәм заманса балалар майҙансығы булдырыу тураһында бик оҙаҡ хыялланып йәшәнеләр.
Граждандарҙың үтенесе һәр депутаттың да хеҙмәттәшлек нигеҙе булып тора. Ҡаланың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан 4-се һайлау округы яуаплылығы өлкәһенә Икенсе Болонло, Икенсе Шайморатов, Дим, Йәшел, Болонло, Мичурин, Яр буйы, Тыныс, Ҡара яр, Шайморатов, Йәшлек, Ворошилов урамдары, Көнсығыш, Дим, Дуҫлыҡ, Колхоз, Кооператив, Котовский, Болонло, Халыҡ, Революция, Балыҡлы, Ҡояшлы, Союз, Чапаев, Мәктәп тыҡрыҡтары ҡарай. Тураһын әйтәйек, территорияның ҙур булыуы депутаттарға мәшәҡәттәр арттыра.
Николай Александрович Дәүләкән ҡала биләмәһе хакимиәтенә мөрәжәғәт менән барып һәм бағыусыларҙы йәлеп итеп, Болонло урамы кешеләренең тәү сираттағы проблемаларын, теләктәрен үтәүгә иреште. Хәҙер Дим ҡултығына ҙур диаметрлы яңы торба һалыныу һөҙөмтәһендә ағып төшкән һыуҙар йыйылып ятмай. Элек буш ятҡан урында балалар өсөн заманса уйын майҙансығы төҙөлдө. Унда кескәйҙәрҙең шат тауышы иртәнән кискә тиклем тынмай.
Н.А. Юлков әйтеүенсә, халыҡтың бөтә теләк һәм үтенестәре әле үтәлеп бөтмәгән. Алдағы көндәрҙә лә депутат граждандарға ярҙам итеү хыялы менән янып йәшәй. Бындай эштәр ҡала мөхитен һәм депутат эшмәкәрлегенә рәхмәтле халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыуға булышлыҡ итә.