+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Август 2019, 11:04

Улар ҡарамағында ун бер ауыл

Ветеринария хеҙмәткәрҙәре көнө – ошо тармаҡта эшләүселәрҙең һөнәри байрамы. 2014 йылдан башлап Рәсәйҙә ул йыл һайын 31 августа билдәләнә.

Ветеринария хеҙмәткәрҙәре көнө – ошо тармаҡта эшләүселәрҙең һөнәри байрамы. 2014 йылдан башлап Рәсәйҙә ул йыл һайын 31 августа билдәләнә.
Дәүләкән ҡала-район ветеринария станцияһы коллективында Соколовка ветеринария участкаһы белгестәре – мөдир И.С. Юлмөхәмәтов (һүрәттә һулда) һәм ветфельдшер И.М. Әхмәтов яҡшы ҡаҙаныштарға өлгәшә.
Улар өс ауыл биләмәһенә ҡараған ун бер ауылды һәм ике эре хужалыҡты хеҙмәтләндерә. Барлыҡ ветеринар сараларҙы үтәйҙәр, малдарға вакциналар яһайҙар һәм даими тикшереп торалар, дауалау эштәрен башҡаралар.
Ингел Сабит улы Юлмөхәмәтов коллективта 2002 йылдан бирле эшләй. Райондың ветеринария именлеге өлкәһенә индергән өлөшө Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы һәм БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаты менән билдәләнгән.
Ирек Миңлебай улы Әхмәтов та ошо өлкәлә ярайһы уҡ тәжрибә туплаған. Уны участка мөдиренең уң ҡулы тиһәң дә ярай. Ҡала-район ветеринария станцияһы коллективында хеҙмәт стажы 12 йыл.
Читайте нас: