0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Август 2019, 18:34

Ҡатнашыусылар һаны буйынса рекорд ҡуйылды

Рәсәй пенсионерҙары Союзының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 24- 27 августа Өфө ҡалаһында спортты яратыусы оло йәштәгеләр араһында үткән Рәсәй пенсионерҙарының алтынсы Спартакиадаһы еңеүселәре һәм призерҙары билдәләнде.

Рәсәй пенсионерҙары Союзының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 24- 27 августа Өфө ҡалаһында спортты яратыусы оло йәштәгеләр араһында үткән Рәсәй пенсионерҙарының алтынсы Спартакиадаһы еңеүселәре һәм призерҙары билдәләнде.
Ярыштарҙа Рәсәйҙән бөтәһе 76 команда көс һынашты. Шулай уҡ Әрмәнстан, Бөйөк Британия, Германия, Финляндия, Франция, Чехия һәм Литванан спортсылар ҡатнашты. Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһы еңеүсе булды, икенсе урында- Һамар өлкәһе, Иркутск өлкәһе бронза миҙал яуланы.
Рәсәй Федерацияһы Спорт министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, РФ Пенсия фонды ярҙамында Рәсәй пенсионерҙар Союзы сараның ойоштороусылары булды.
Быйылғы спартакиада Рәсәй пенсионерҙары Союзының 25 йыллығына бағышланды һәм ҡатнашыусылар һаны буйынса рекорд ҡуйҙы.
Унда спорттың алты төрө: еңел атлетика (1000 метр оҙонлоҡҡа кросс һәм ҡатнаш эстафета), йөҙөү (50 м), өҫтәл теннисы, атыу, шахмат, дартс буйынса наградалар уйнатылды.
Спартакиада сиктәрендә быйыл йөҙөү һәм еңел атлетика ярыштарында миҙалдар йәш буйынса ике категорияла уйнатылды – 69 йәшкә тиклем һәм 70 йәштән өлкәнерәктәр араһында. Сара барышында тест рәүешендә ГТО нормалары ла тапшырылды.
Дәүләкән вәкилдәре пенсионерҙар спартакиадаһына көйәрмәндәр сифатында ғына барҙы. Башҡортостан спортсылары өсөн спорт комплекстары трибуналарында С.В. Белинская, Л.Г. Решетникова, Л.Н. Сухобокова, Л.Е. Мирошниченко янып-көйҙө һәм уңыштарына бар күңелдәренән ҡыуанды. Ә Людмила Семеновна Шәймөхәмәтова спартакиада уҙғарылған көндәрҙә ирекмән вазифаларын башҡарҙы. Рәсәй пенсионерҙары спартакиадаһының элекке финал ярыштары Чебоксар, Һарытау, Тула, Пенза һәм Новосибирск ҡалаларында уҙҙы.
Читайте нас: