+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Август 2019, 11:35

Хужабикәләргә ярҙамға

Төрлө йәшелсәләрҙән әҙерләнгән турамалар рецептары менән бүлешәбеҙ

Төрлө йәшелсәләрҙән әҙерләнгән турамалар рецептары менән бүлешәбеҙ
«Көҙҙән сәләм» турамаһы
5 татлы борос, 2 баклажан, 2 баш һарымһаҡ, 1-шәр тотам әнис, шәфәри үләндәре (петрушка), 3 бөртөк ҡара борос, 1 лавр япрағы, 50 грамм шәкәр, ярты ҡалаҡ тоҙ, 25 миллилитр аш һеркәһе, 125 миллилитр һыу, үҫемлек майы кәрәк.
Татлы боростоң орлоҡтарын алабыҙ ҙа, ҡайнар һыуға һалып, 5 минут ҡайнатабыҙ. Баклажанды әрсейбеҙ ҙә буйынан-буйына 0,5 сантиметр ҡалынлығында ҡырҡабыҙ.
Баклажанды үҫемлек майында ике яғынан да алһыуланғансы ҡыҙҙырабыҙ. Саҡ ҡына тоҙ һибәбеҙ. Йәшел үләндәрҙе ваҡ ҡына итеп турайбыҙ ҙа, иҙелгән һарымһаҡ ҡушып, яҡшылап болғатабыҙ. Баклажан киҫәктәренә һарымһаҡлы йәшел үләнде һалып урайбыҙ һәм татлы борос эсенә тултырабыҙ. Банканың төбөнә лавр япрағы, хуш еҫле борос һалабыҙ. Тултырылған боростарҙы урынлаштырабыҙ. Тоҙ, борос һалынған һыуҙы ҡайнатабыҙ, аш һеркәһе өҫтәйбеҙ. Маринадты банкаға ҡоябыҙ ҙа, стерилләргә ҡуябыҙ. 1 литрлы банканы 40 минут стерилләйбеҙ. Яҡшылап ябып, һыуытҡысһыҙ ҙа һаҡларға була.
Тәмле соус-турама
1 килограмм помидор, 3-4 татлы борос, 300 грамм һуған, ярты стакан шәкәр, 1 балғалаҡ тоҙ, ярты балғалаҡ төйөлгән ҡара борос, 1 балғалаҡ аш һеркәһе эссенцияһы, үҫемлек майы кәрәк.
Помидорҙы киҫәктәргә бүләбеҙ, һуғанды шаҡмаҡлап, татлы боросто һаламлап турайбыҙ. Һуғанды үҫемлек майында ҡыҙҙырып алабыҙ. Бөтә йәшелсәләрҙе бергә һалып, тоҙ, ҡара борос, шәкәр өҫтәйбеҙ, утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡандан һуң 25 – 30 минут утта тотабыҙ. Аҙағынан аш һеркәһе өҫтәйбеҙ ҙә, стерилләнгән банкаларға һалып, яҡшылап ҡаплайбыҙ. Түңкәреп, йылы итеп төрөп, һыуытырға ҡуябыҙ.
Хуш еҫле помидор
1,5 - 2 килограмм помидор, 1 баш һарымһаҡ, 3 ҡалаҡ шәкәр, 2 ҡалаҡ тоҙ, 10 - 12 бөртөк ҡара борос, 3 лавр япрағы, әнис сәскәһе, ҡарағат, сейә, керән япраҡтары, 1 ҡалаҡ аш һеркәһе эссенцияһы, 1,2 литр һыу кәрәк.
Стерилләнгән банканың төбөнә йәшел япраҡтарҙы, тәмләткестәрҙе һалабыҙ. Помидорҙы тултырабыҙ. Эҫе һыуға тоҙ, шәкәр һалып ҡайнатып алабыҙ ҙа, помидор өҫтөнә ҡоябыҙ. Ҡаплап торабыҙ. 10 минуттан маринадты кире кәстрүлгә бушатабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, тағы помидор өҫтөнә һалабыҙ. Быны 3 тапҡыр ҡабатлайбыҙ. Өсөнсөгә маринадты ҡойғас, аш һеркәһе эссенцияһын өҫтәйбеҙ. Яҡшылап ябып, банкаларҙы түңкәреп, йылы әйбергә урап, һыуынғансы тотабыҙ
Читайте нас: