+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Август 2019, 14:45

Мөхәббәтте һәм тоғролоҡто юлдаш итеп

Беҙҙең районда 50 йыл һәм унан күберәк бергә ғүмер кисергән ғаилә парҙарын тәбрикләү матур йолаға әүерелде. Күптән түгел Дәүләкән ҡалаһында йәшәүсе Хәйернас Ғәйнислам улы һәм Гөлүзә Фәрит ҡыҙы Байковтар үҙҙәренең алтын юбилейҙарын билдәләне.

Беҙҙең районда 50 йыл һәм унан күберәк бергә ғүмер кисергән ғаилә парҙарын тәбрикләү матур йолаға әүерелде. Күптән түгел Дәүләкән ҡалаһында йәшәүсе Хәйернас Ғәйнислам улы һәм Гөлүзә Фәрит ҡыҙы Байковтар үҙҙәренең алтын юбилейҙарын билдәләне. Ярты быуат бергә йәшәгән был пар бер- береһенә һөйөүен, хөрмәтен, ышанысын йылдар дауамында һаҡлап ҡалған.
Тантана залында байрам, йылылыҡ атмосфераһы һиҙелде. Бер аҙ тулҡынланған “кәләш” менән “кейәү” Мендельсон маршы аҫтында залға инде, бында уларҙы иң яҡын һәм ҡәҙерле кешеләре алҡыштар менән ҡаршы алды.
Ветерандарҙың ҡала-район советы рәйесе Р.Ш. Гәрәев республика Башлығы Р.Ф. Хәбировтың ҡотлау адресын һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Юбилярҙар әйтеүенсә, 50 йыл һиҙелмәй ҙә үтеп киткән. Ғүмерҙәренең бәхетле, сағыу мәлдәре айырыуса хәтерҙә уйылып ҡалған. Ауырлыҡтарҙы, килеп тыуған ҡаршылыҡтарҙы ҡулға-ҡул тотоношоп бергәләп еңгәндәр.
Хәйернас Ғәйнислам улы Шишмә районының Ҡалмаш ауылында тыуған, Гөлүзә Фәрит ҡыҙы сығышы менән Пермь өлкәһенән. Ветерандарҙың балалыҡ һәм йәшлек йылдары һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға – илебеҙҙе емереклектәрҙән аяҡҡа баҫтырыу осорона тура килә. Йәштәр ал-ял белмәй эшләй. Әммә йәшлек йәшлек инде, һәр ҡайһыһы үҙенең мөхәббәтен осратырға хыяллана. Хыялдары тормошҡа аша. 1969 йылдың 18 авгусында күк йөҙөндә йәнә бер йондоҙ ҡабына – Гөлүзә менән Хәйернас ғүмерлеккә ҡауыша. Йәш ғаилә Дәүләкән ҡалаһына йәшәргә күсенә һәм пенсияға сыҡҡансы тыуған илебеҙ файҙаһына намыҫлы эшләй. Ғаилә башлығы кирбес заводында, ә Гөлүзә Фәрит ҡыҙы икмәк комбинатында ашнаҡсы булып эшләй.
ЗАГС бүлеге начальнигы Альфира Гильдина Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәновтың ҡотлау адресын уҡып ишеттерҙе һәм уның исеменән сәскә гөлләмәһе тапшырҙы.
50 йылдан һуң ирле-ҡатынлы йәнә йөҙөк кейҙереште, артабан вальста өйөрөлдө. Юбилярҙарҙың почет кенәгәһенә ҡултамға ҡуйҙылар һәм “алтын” никахтарын теркәү тураһында таныҡлыҡ алдылар.
Тантанала иң яҡын кешеләре – балалары, ейәндәре, туғандары, күп һанлы ҡунаҡтар ҡотлау һүҙҙәрен яуҙырҙы. Ике ҡыҙҙары, өс ейәндәре, бүләсәрҙәре – ярты быуат бергә йәшәү осоронда Байковтар төп байлыҡтары шулар тип һанай. Бынамын тигән ике ҡыҙ: Гөлнара менән Альбинаны үҫтергәндәр. Бөгөн уларҙың һәр береһенең үҙ ғаиләһе. Гөлнара тыуған ҡалаһында, Альбина Өфөлә йәшәй. Ҡунаҡсыл атай йортоноң ишектәре улар өсөн һәр саҡ асыҡ, бында уларҙы йылы ғаилә усағы көтә. Ейәндәре олатай менән өләсәйгә ҡунаҡҡа килергә, өләсәйҙең бәлештәрен ашарға, олатайҙың аҡыллы кәңәштәрен тыңларға ярата.
Юбилярҙар өсөн иҫтәлекле көндө район Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре уларға музыкаль бүләк әҙерләгән. Юлиә Ғәйнанова башҡарыуында йыр, Роман Рогивтың скрипка, Юрий Грибковтың баян моңдары йыйылыусыларҙың күңеленә хуш килде.
Бер-береңде аңлау, сабырлыҡ 50 йыл бергә йәшәргә булышлыҡ иткән. Алтын туй уларҙың бер-береһенә сикһеҙ һөйөүен дәлилләй. Йылдар хистәрҙе һүрелдермәгән, киреһенсә, нығытҡан ғына.
Бөгөн ирле-ҡатынлы рәхәтләнеп йорт эштәрен башҡара, ауырлыҡтарға зарланмай, ғүмер үткәненә көйөнмәй. Һәр атҡан таңға, яҡты көнгә, күк йөҙөнөң тыныс булыуына һөйөнөп йәшәйҙәр. Ошондай ҡыуаныслы көндәре оҙаҡ йылдар дауам итһен!
Читайте нас: