+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Август 2019, 18:29

Район баҫыуҙарында 80 мең тонна иген һуғылған

Ауыл хужалығы идаралығының оператив мәғлүмәттәре буйынса, 2 сентябргә район хужалыҡтарында иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары 30,9 мең гектарҙа йыйып алынған, был планға ҡарата 63 процент тәшкил итә. 80 мең тонна иген һуғылған. Район буйынса уртаса уңыш гектарынан 25,2 центнер тәшкил итә.

Игенселәр ужым культураларын йыйыуҙы тамамлай. Ужым бойҙайы һәм арыш 50 мең тоннанан ашыу һуғылған. Һәр гектарҙан уртаса уңыш - 23,9 центнер.
Яуаплылыҡтары сикләнгән “Аграр традициялар”, “Канаш” йәмғиәттәре, В.В. Дик, И.А. Фазлыев крәҫтиән-фермер хужалыҡтары игенселәре ураҡты тамамлау алдында.
Ужым сәсеү тулы ҡеүәтенә бара. Яуаплылыҡтары сикләнгән “Восход”, “Ҡаҙанғол ТПХ-һы”, “Канаш” йәмғиәттәрендә, С.Б. Рихтер, И.А. Фазлыев КФХ-лары баҫыуҙарында был эш тамамланған да инде. Район хужалыҡтары тарафынан 14,2 мең гектар майҙанда ужым культуралары сәселгән – планға ҡарата 80 процент.
Яуаплылығы сикләнгән “Ҡаҙанғол ТПХ-һы” йәмғиәте, В.В. Дик КФХ-һы сөгөлдөрсөләре яҡын арала тамыраҙыҡ ҡаҙыуға тотонасаҡ, әле техниканы әҙерләү менән мәшғүлдәр.
Читайте нас: