+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Сентябрь 2019, 18:04

Мәсет асыу – мөһим ваҡиға

Ҡаҙырғол ауылында күптән көтөлгән иҫтәлекле ваҡиға булды – «Нур» мәсете асылдыУның төҙөлөшөндә бөтә ауыл ҡатнашты тиерлек, һәр кем ҡулынан килгән тиклем дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индерҙе. Урындағы хужалыҡтар етәкселәренең ҙур ярҙамын да билдәләп үтмәй мөмкин түгел.

Ҡаҙырғол ауылында күптән көтөлгән иҫтәлекле ваҡиға булды – «Нур» мәсете асылды
Уның төҙөлөшөндә бөтә ауыл ҡатнашты тиерлек, һәр кем ҡулынан килгән тиклем дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индерҙе. Урындағы хужалыҡтар етәкселәренең ҙур ярҙамын да билдәләп үтмәй мөмкин түгел.
Ауыл халҡының ҡыуанысын уртаҡлашырға абруйлы ҡунаҡтар: Баш мөфтөй Тәлғәт хәҙрәт Тажетдин, район хакимиәте башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәнов, яҡын-тирә райондар имам-хатиптары килде.
Байрамдың тантаналы өлөшө йәш шәкерт Марсель Арыҫлановтың сүрә уҡыуы менән башланып китте. Артабан йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәнов ҡотланы, ул был көндөң әһәмиәтен билдәләп үтте һәм мәсеткә бүләк тапшырҙы.
Килгән халыҡты тәбрикләп, Тәлғәт хәҙрәт Тажетдин мәсет төҙөүҙең сауаплы ғәмәл икәнлеген билдәләне. «Иң мөһиме – тине ул, - уның ишектәре һәр ваҡыт асыҡ булһын. Дини байрамдар үткәрелеп торһон, кешеләр уҡырға килһен, намаҙға баҫһын. Мин һеҙҙе бары тик изге эштәр ҡылырға саҡырам».
Сығышының һуңында абруйлы ҡунаҡ мәсет төҙөлөшө эшендә ярҙам күрһәткән бер төркөм ир-егеттәргә Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Ҡаҙырғол ауылы имам-хатибы Нурғәли хәҙрәт Рамазанов Үҙәк диниә назараты етәкселегенә, район хакимиәтенә, алла йортон төҙөүҙә ярҙам иткән барлыҡ ауылдаштарына ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Байрам барышында уға Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының рәсми флагы, шулай уҡ дини әсбаптар, Ҡөрьән китабы тапшырылды.
Ауыл биләмәһе башлығы И.М. Ғәлин ҡаҙырғолдарҙы ауыл тарихындағы мөһим ваҡиға менән ихлас ҡотланы, ә Фәнгиз олатай Хәмитов ҡыҫҡаса Ҡаҙырғол ауылының барлыҡҡа килеү тарихына туҡталды.
Тантаналы өлөштән һуң дин әһелдәре намаҙ уҡыр өсөн яңы мәсеткә инде.
Ҡаҙырғолдарҙың мәсете «Нур» тип исемләнгән. Ул ауылдың бер биҙәгенә әйләнеүҙән тыш, изгелек, игелек сәселгән урын булараҡ хеҙмәт итһен.
Читайте нас: