+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Сентябрь 2019, 11:16

Бергә уйнауы һәм уҡыуы күңелле

Шәмбе көнөн ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп, китапханан башҡа тағы ла ҡайҙа үткәрәһең.

Шәмбе көнөн ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп, китапханан башҡа тағы ла ҡайҙа үткәрәһең.
Был юлы ла «Тиҙҙән мәктәпкә» тигән девиз аҫтында уҙған ғаилә ялында күп балалы ғаиләләрҙән малайҙар һәм ҡыҙҙар, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән, ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балалар йыйылды. Үҙәк балалар китапханаһы, «Ғаилә» үҙәге, Ғаиләне, балаларҙы, йәштәрҙе яҡлау үҙәге хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмән-йәш гвардеецтар ойошторған байрам бик сағыу һәм йөкмәткеле килеп сыҡты.
Йыйылыусылар танылған әкиәт персонаждары Клоун, Итекле бесәй, Буратино, Ҡыҙыл башлыҡ, Петрушка ролдәрендә «Спорт», «Мәктәп», «Бейеү» һәм башҡа станциялар буйлап «тылсымлы поезда хәрәкәт итте», викториналарҙа, хәрәкәтсән һәм интеллектуаль уйындарҙа, театр тамашаһында ҡатнашты, шулай уҡ уҡыған әҫәрҙәре тураһында фекер алышты, рәхәтләнеп аралашты, йырланы, күңел асты.
Оҫталыҡ дәрестәрендә таҫмаларҙан матур брошкалар, ҡул аҫтындағы материалдарҙан билдәле уйынсыҡ – слайм эшләргә өйрәнделәр. Осрашыу иҫтәлегенә бергәләп фотоға төштөләр. Сара һуңында барлыҡ йәш ҡатнашыусыларға татлы бүләктәр таратылды.
Читайте нас: