Балалар йыш ҡына өлкәндәр тарафынан ҡараусыһыҙ ҡала, шул саҡта бәхетһеҙлек осраҡтары һиҙелерлек арта. Ҡайсаҡта улар электр ҡорамалдарының хәүефле икәнен аңламай, вайымһыҙлыҡтары фажиғәгә килтерергә мөмкин булыуы тураһында уйламайынса электр үткәргес линиялары, подстанциялар эргәһендә уйнай.
Миҫал артынан йыраҡ китергә түгел. Күптән түгел Өфө ҡалаһы эргәһендә ғаилә менән балыҡ ҡармаҡлаған ваҡытта туғыҙ йәшлек малай ҡармағын электр линияһының аҫҡы өлөшөнә эләктерә һәм токка һуғылып шунда уҡ йән бирә.
Иваново өлкәһендә туғыҙ йәшлек малайҙың токка һуғылыуы һөҙөмтәһендә ҡул суғы өҙөлә. Ял иткән ваҡытта ул трансформатор подстанцияһының ҡыйығына менеп электр сымына тотона, һөҙөмтәлә 10 000 вольтлы токка һуғыла.
Йыл һайын йәйге каникулдар ваҡытынан алып, ҡара көҙгә тиклем яуаплылығы сикләнгән «Башкирэнерго» йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре («Система» АФК компаниялары төркөмөнә инеүсе «БЭСК» акционерҙар йәмғиәте предприятиеһы) балалар йәрәхәтләнеүен киҫәтеү буйынса эштәр алып бара. Өлкәндәр энергия объекттарының юғары хәүефле булыуын һәм балаларға аңлатыу эштәре алып барырға кәрәклеген иҫтәрендә тоторға, кескәй йәштән үк балалар электр тапшырыу линиялары һәм трансформатор подстанциялары янында үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен, шулай уҡ көнкүреш электр приборҙары менән эш итеү нигеҙҙәрен белергә тейеш.
Балалар йыш ҡына нимәне лә булһа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәүсе өлкәндәр артынан ҡабатлай. Энергетиктар республика мәғлүмәт саралары аша балаларҙың энергия объекттары эргәһендә булыуына иғтибар итергә һәм электр хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә өйрәтергә өндәп халыҡҡа мөрәжәғәт итә. Йәрәхәтләнеүҙе булдырмаҫ өсөн электр яйланмалары ПУЭ (электр ҡорамалдарын урынлаштырыу) һәм ПТЭ (техник эксплуатация ҡағиҙәләре) нигеҙендә монтажлана һәм файҙаланыла, сөнки балалар хәүефле булыуын аңлап та бөтмәҫтән, электр ҡорамалдары бинаһына үтеп инә, сымдарға яҡын килә. Сит әйберҙәргә ҡағылыу ғына түгел, өҙөлөп ерҙә ятҡан электр сымы эргәһенә 8 метрҙан да яҡын килергә ярамағанлығын, электр тогына һуғылыу үлем ҡурҡынысы менән янауын белергә кәрәк.
Шуға күрә энергетиктар йәрәхәтләнеүҙе булдырмауға йүнәлтелгән сараларҙы үтәүгә айырым иғтибар бирә, трансформатор подстанцияларын һәм айырым урынлашҡан объекттарҙы даими тикшереп тора, асыҡланған етешһеҙлектәрҙе тиҙ рәүештә бөтөрә, кәртәләй, иҫкәртеү табличкалары, плакаттар элә, сит кешеләрҙең электр яйланмаларына рөхсәтһеҙ һәм осраҡлы үтеп инеүенә юл ҡуймаҫ өсөн трансформатор подстанцияларының ишектәрен бикләп ҡуя. Былар ҡәтғи рәүештә эшләнеогә тейеш.
Йәйге каникулдар осоронда электр менән йәрәхәтләнеүҙе булдырмау маҡсатында яуаплылыҡтары сикләнгән «Башкирэнерго» һәм «БСК» йәмғиәттәре етәкселеге ата-әсәләргә, шулай уҡ уҡыу, мәктәпкәсә, спорт учреждениелары һәм ойошмалар етәкселәренә төрлө йәштәге балаларға ток менән эшләүсе приборҙар эргәһендә уйнарға ярамағанлығы тураһында аңлатыу эштәре (лекциялар) үткәрергә кәрәклеген иҫтәренә төшөрә.
Энергетиктар балаларҙы электр тогына һуғылыуҙан һаҡлау өсөн бер нисә ябай ҡағиҙәне үтәргә өйрәтергә кәрәклеген иҫкәртә:
- трансформатор подстанцияларына һәм башҡа электр ҡорамалдарына яҡын килмәҫкә;
- был объекттарҙың ҡоймалары аша сыҡмаҫҡа;
- электр бағаналарына менмәҫкә;
- тимер сымдарына сит предметтар элмәҫкә;
- һәленеп төшкән электр сымына ҡағылмаҫҡа;
- урамдарҙы яҡтыртыусы лампаларҙы һәм изоляторҙарҙы ватмаҫҡа;
- һауа шарҙарын осормаҫҡа һәм электр линиялары эргәһендә уйнамаҫҡа;
- йорт подъездарындағы электр щиттарын асмаҫҡа;
- «Һаҡ булығыҙ! Электр көсөргәнеше!» билдәһе (эсендә ҡара төҫтәге йәшен уты төшөрөлгән һары өсмөйөш) торған объекттарға яҡын килмәҫкә;
- электр приборҙарына еүеш ҡул менән тотонмаҫҡа;
- электр приборҙарын ванна бүлмәһендә ҡулланмаҫҡа;
- төҙөк булмаған электр приборҙарынан файҙаланмаҫҡа.
Ата-әсәләр, хәүефһеҙлек тураһында һөйләгәнегеҙ ҡылған ҡылыҡтарығыҙҙан айырылмаһын өсөн үҙегеҙ электр подстанцияларын, щиттарҙы урап үтегеҙ, электр линиялары бағаналарына менмәгеҙ. Балаларға электр тогына һуғылыу ҡурҡынысы тураһында аңлатығыҙ! Уларҙы бәхетһеҙлек осраҡтарынан һаҡлағыҙ! Энергетиктар шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең «Электр селтәре хужалығы объекттарын һаҡлау зоналарын урынлаштырыу тәртибе һәм бындай зона сиктәрендә урынлашҡан ер участкаларын файҙаланыуҙың үҙенсәлекле шарттары тураһында»ғы 2009 йылдың 24 февралендәге 160-сы ҡарарына ярашлы предприятиелар, ойошмалар, фермер хужалыҡтары етәкселәренә һәм эшселәренә, физик шәхестәргә электр тапшырыу линияларын һаҡлау зоналарына яҡын урында эштәр башҡарғанда техника хәүефһеҙлеге талаптарын үтәү кәрәклеген иҫкәртә.