0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Сентябрь 2019, 11:35

Тарихи экспедиция – беҙҙең районда

Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтынан көнсығыш ҡулъяҙмалары бүлеге мөдире А.Г. Сәлихов етәкселегендә бер төркөм ғалимдар беҙҙең районда эшләне.

Август аҙағында беҙҙең районда Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Федераль дәүләт бюджет ғилми учреждениеһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтынан көнсығыш ҡулъяҙмалары бүлеге мөдире А.Г. Сәлихов етәкселегендә бер төркөм ғалимдар беҙҙең районда эшләне. Был республиканың көнбайыш райондарын өйрәнеү буйынса маҡсатлы экспедиция, ул Рәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр фонды һәм БР Хөкүмәте гранты аҡсаларына үткәрелә.
Аҙна дауамында институт вәкилдәре район ауылдарына барып, көнсығыш ҡулъяҙмаларын, төрөк телендә яҙылған боронғо китаптарҙы эҙләне, шулай уҡ мосолман зыяраттарында таштарҙағы ғәрәп яҙмаларын өйрәнде.
Әхәт Ғөбәй улы әйтеүенсә, Дәүләкән районы меңлелеләр төйәге булып тора. Башҡорт ауылдарында йәшәүселәр, ҡарттар менән әңгәмәләшкәндә ул халыҡтың үҙ тамырҙарына һаҡсыл ҡарауын, дини китаптарҙы, ғаилә ҡомартҡыларын, ҡулъяҙмаларҙы быуындан-быуынға тапшырыуҙарын төшөнгән. Тикшеренеүселәр өсөн улар бай этнографик һәм тарихи материал булып тора. Экспедиция барышында ғалимдар бер нисә ҡыҙыҡлы асыш яһаған.
Ғалимдарға экспедицияны үткәреүҙә райондың мәҙәниәт идаралығы ҙур ярҙам күрһәткән.
Йыйылған тарихи материал белгестәр тарафынан эшкәртеләсәк, анализланасаҡ. Улар Дәүләкән районы буйынса экспедиция материалдары йыйынтығына индереләсәк. Яҡташтарыбыҙға был ҡыҙыҡлы булыр тип уйлайым.
Читайте нас: