Бөгөн Соколовка ауылында йәшәүсе Рәғинә Исхаҡ ҡыҙы һәм Рәүфән Ғилметдин улы Бәҙретдиновтарҙың алтын туйҙары.
Ысын ауыл эшсәндәре, яҡшы күршеләр, изге күңелле кешеләр – ауылдаштары улар тураһында шулай ти. Әйтергә кәрәк, был дөйөм фекер, сөнки Бәҙретдиновтар ғүмер буйы тырышып эшләүҙәре менән бер рәттән туғандарының, дүҫтарының, күршеләренең хәл-әхүәлен белешеп тора, кәңәштәр бирә, ауыр минуттарҙа ярҙамға килә, уларҙың уңыштарына ҡыуана.
Бик-Ҡарамалы ауылында тыуып үҫкән егет үҙенең буласаҡ тормош юлдашын Өфө ҡалаһында осрата. Рәғинә ул саҡта сауҙа-кулинария техникумын тамамлап, эшләй генә башлаған була. Аралашыусан, әүҙем ҡыҙ беренсе күреүҙән үк егеттең күңеленә инеп ҡала һәм ул бөгөн дә шулай. Тап уның кеүек ҡатындар тураһында бынамын тигән хужабикә тиҙәр. Өйҙә лә, баҡсала ла тулы тәртип, өҫтәлдә һәр саҡ мул ризыҡ, ҡайнатмаларҙың ниндәйе генә юҡ! Ул йөн дә иләй, тегә лә, бәйләй ҙә. Ғөмүмән, ҡул эштәренә маһир. Элекке йылдарҙа күрше-тирәләре өсөн күпме күлдәк йәки эшлекле костюм теккәндер - иҫәбе-һаны юҡ. Хужабикәнең барыһы ла еңел һәм тиҙ генә килеп сыҡҡан һымаҡ, әммә бер күлдәк тегер өсөн күпме ваҡыт талап ителгәнен ул үҙе генә белә. Ә ауыл ерендә, беләһегеҙ, ял бик һирәк эләгә. Заказ биреүсенең яңы кейемде кейеп, ҡыуаныстан балҡыған йөҙөн күреү менән, тегенсенең арыуҙары ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыға, кемгәлер ярҙам итә алыуына ғорурлыҡ тойғолары өҫтәлә, күңеленә нур тула.
Туйҙарынан һуң бер нисә ай үткәс Бәҙретдиновтар Соколовка ауылына күсенеп ҡайта һәм бына инде илле йылға яҡын ошонда йәшәй. Икеһенең дә хеҙмәт ҡаҙаныштары “Хеҙмәт ветераны” исеме менән билдәләнгән. Ғаилә башлығы мал һимертеү комплексында шофер, ҡатыны быҙау ҡараусы булып эшләй. Биш мең башҡа яҡын һыйыр малы иҫәпләнгән эре хужалыҡ ул йылдарҙа тирә-яҡта киң танылыу яулай.
Биш йылдан Рәғиҙә Исхаҡ ҡыҙы яңы ғына асылған “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһына хужалыҡ мөдире итеп тәғәйенләнә. Үҙ бурысын теүәл башҡара, хаҡлы ялға сыҡҡансы ошонда хеҙмәт һала. Туған коллективына шул тиклем эҫенә, пенсияла булыуына ҡарамаҫтан, йыйыштырыусы, ҡарауылсы сифатында эшләүен дауам итә.
- Балалар баҡсаһы әсәйебеҙҙең генә түгел, бөтә ғаиләбеҙҙең тормошоноң бер өлөшөнә әйләнде, - тиҙәр улдары Зинфир һәм ҡыҙҙары Лилиә.
Олатаһы менән өләсәһенә оҡшап, тиктормаҫ, булдыҡлы, көслө ихтыярлы ейәнсәрҙәре Валерия балалар баҡсаһының тарихы, нисәмә быуынды тәрбиәләп сығарыуҙары тураһында һөйләгәнде тыңларға ярата. Шау-шыулы ҡала тормошонан һуң ҡыҙ үҙенең спорт өлкәһендәге, төрлө кимәлдәге предмет олимпиадаларында уңыштары менән уртаҡлаша, киләсәккә хыялдары тураһында һөйләй.
Ваҡыт уларҙы бер нисек тә үҙгәртә алмаған, улар һаман да шулай егәрле, тырыш. Ҡаралған ихата – крәҫтиән ҡулдарының уртаҡ эше. Ишек алды тулы ҡош-ҡорт, һарай тулы мал-тыуар. Хужалыҡтағы барлыҡ эштәрҙә бер-береһенә ярҙам итәләр.
Бик арып киткән ваҡыттарында ирле-ҡатынлы мунса алдындағы эскәмйәгә ултырып ял итергә ярата. Ошондай саҡта улар айырыуса матур күренә. Яйлап ҡына һөйләшәләр, көлөшәләр, хатта бер аҙ йәшәреп киткәндәй тойолалар. Уларға ҡарап:
- Иҫә-һау булығыҙ, хөрмәтле яҡташтарым, ғаилә усағығыҙ оҙаҡ йылдар һүнмәһен, һүрелмәһен, уның йылыһы бар яҡындарығыҙҙы үҙ тирәһенә йыйһын, - тип әйтәһе килә.