+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Сентябрь 2019, 12:06

Бәләкәй ауыл мәктәбендә ҙур байрам

Белем көнөндә был мәктәптә парталар артына бөтәһе 28 уҡыусы ултырҙы, уларҙың өсәүһе- беренсе класс балалары. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, яңы уҡыу йылы башланыуға бағышланған байрамдың мөһимлеге кәмемәне.

Белем көнөндә был мәктәптә парталар артына бөтәһе 28 уҡыусы ултырҙы, уларҙың өсәүһе- беренсе класс балалары. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, яңы уҡыу йылы башланыуға бағышланған байрамдың мөһимлеге кәмемәне. Иҫке Мерәҫ мәктәбе уҡыусыларын ҡотларға абруйлы ҡунаҡтар: Дәүләкән районы МР хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Рушанна Бабич һәм Айгөл Гәрәева килде. Улар балаларҙы, ата-әсәләрҙе һәм педагогик коллективты байрам менән ҡотлап, киләһе уҡыу йылына уңыштар теләп кенә ҡалманы, ә мәктәптә барған үҙгәртеп ҡороу эштәре менән дә танышты. «Реаль эштәр» проекты сиктәрендә депутаттар ярҙамы менән ауылдың мәғариф учреждениеһы бинаһында 20 балаға иҫәпләнгән мәктәпкәсә йәштәге балалар төркөмөн йыһазландырыу хәл ителде. Әле төп эштәр эшләнгән дә инде. Йөҙ квадрат метрҙан ашыу майҙанда уйын, йоҡо, аш, кейенеү-сисенеү бүлмәләре урынлашҡан. Иркен һәм йәмле мәктәпкәсә йәштәгеләр төркөмө тәүге кескәйҙәрҙе октябрь айында көтә. Уны асыу тантанаһы Республика көнөндә үтәсәк. Был ваҡытҡа сағыу уйынсыҡтар, аңды үҫтереү өсөн тәғәйенләнгән уйындар, айырым йәшкә тура килгән матур һәм уңайлы йыһаздар алыныуы көтөлә. Саф һауала ваҡытты күңелле һәм файҙалы уҙғарыу өсөн территорияла карусель, ял итеү верандаһы һәм башҡа атрибуттар буласаҡ.
Мәктәп директоры Юлиә Мәғәсүмова фекеренсә, ауылда мәктәпкәсә йәштәгеләр төркөмө барлыҡҡа килеүе унда йөрөгән балаларға мәктәпкә яҡшы әҙерлек менән барырға, уҡыу процесына еңелерәк ҡулайлашырға һәм уҡыуҙа яҡшы күрһәткестәргә өлгәшергә ярҙам итәсәк. Мәктәпкәсә йәштәгеләр учреждениеһына Иҫке Мерәҫ ауылынан ғына түгел, ә күрше ауылдарҙан да балалар йөрөйәсәк. Ун биш бала был төркөм асылыуын ҙур түҙемһеҙлек менән көтә.
Белем көнөндә беренсе класс уҡыусыларына әлифба тапшырыу иң тулҡынландырғыс мәл булып тора. Күптән көтөп алынған китаптарҙы ҡулдарына алыу менән, кескәйҙәр ундағы сағыу һүрәттәрҙе ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарап, тәьҫораттарын бүлеште. Ҡыңғырау сыңы яңғырағандан һуң, юғары класс уҡыусылары уларҙы тәүге дәрестәренә оҙатты.
Район хакимиәте башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәнов көстәрен һәм ваҡыттарын ҡыҙғанмай уҡыусыларға биргән белемдәре, уларҙың күп яҡлы һәләттәрен үҫтереүҙә күрһәткән тырышлыҡтары өсөн Иҫке Мерәҫ уҡытыусыларына рәхмәт әйтеп, почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Читайте нас: