+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Сентябрь 2019, 12:02

Белем артынан

Ивангород ауылының башланғыс мәктәбендә беренсе класс уҡыусыларын Ҡыш бабай ҡотланыБыл йыйылыусыларҙың йөҙҙәрендә йылмайыу уятты һәм бер аҙ аптырау тыуҙырҙы. Ысынында иһә Ҡыш бабайҙың балаларҙы, ата-әсәләрҙе, уҡытыусыларҙы ҡотлауы байрамды үҙенсәлекле үткәреү өсөн филиал мөдире З.В. Әйүпова тарафынан уйланған сценарий ине

Ивангород ауылының башланғыс мәктәбендә беренсе класс уҡыусыларын Ҡыш бабай ҡотланы
Был йыйылыусыларҙың йөҙҙәрендә йылмайыу уятты һәм бер аҙ аптырау тыуҙырҙы. Ысынында иһә Ҡыш бабайҙың балаларҙы, ата-әсәләрҙе, уҡытыусыларҙы ҡотлауы байрамды үҙенсәлекле үткәреү өсөн филиал мөдире З.В. Әйүпова тарафынан уйланған сценарий ине.
Шулай килеп сыҡты ла. Мәктәпкә килгән тәүге көн беренсе класс уҡыусыларының хәтерендә мәңге ҡаласаҡ. Ысынлап та балалар өсөн яңы йыл – яңы уҡыу йылы башланды.
Рассвет урта мәктәбе филиалы булған Ивангород башланғыс мәктәбендә тантаналы линейка мәктәп тупһаһына тәүге тапҡыр атлап инеүселәрҙе туғыҙынсы класс уҡыусылары залға оҙатыуҙан башланды. Был көндө алты бала үҙҙәренең беренсе уҡытыусылары Е.А. Ануфриеванан, өлкән класс уҡыусыларынан, ата-әсәләрҙән, байрам ҡунаҡтарынан, шул иҫәптән Шестаев ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Ю.П. Ларкин һәм «ШЭ КФХ башлығы Рихтер В.Б.» хужалығы вәкиле Т.Н. Ходьконан ҡотлауҙар ҡабул итте.
Филиал мөдире бөтәһен дә сәләмләп, уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға уңыштар теләне, шулай уҡ мәктәп, мәктәпкәсә төркөм биналарын ремонтлауҙа, тирә-яҡ территорияны төҙөкләндереүҙә үҙ өлөшөн индергән хеҙмәткәрҙәрҙең һәр береһенә айырым рәхмәт белдерҙе. Ремонт эштәрен башҡарыуҙа ярҙам итеүсе районда билдәле булған ике хужалыҡ етәкселәре В.Б. Рихтер һәм В.Ә. Нуриәхмәтов, шулай уҡ ауыл биләмәһе хакимиәте адресына рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Мәктәп һәм мәктәпкәсә төркөм хеҙмәткәрҙәренең ярҙамы һәм тырышлығы һөҙөмтәһендә яңы уҡыу йылына әҙерләү буйынса район конкурсында ивангородтар еңеүсе булды.
Был еңеү, һис шикһеҙ, балалар һәм уларҙың остаздары өсөн алдағы уңыштарҙың башланғысы буласаҡ, сөнки йыл һайын белем биреү учреждениеһының ҡаҙаныштары район, республика конкурстарында, олимпиадаларҙа еңеүселәрҙең призлы урындары һәм дипломдары менән тулылана бара. Туғыҙынсы класс уҡыусыһы Женя Петров һәм беренсе класс уҡыусыһы Лиза Шерстобитова 46 уҡыусы һәм 18 мәктәпкәсә йәштәге бала өсөн яңы уҡыу йылын белдергән беренсе ҡыңғырауҙы сыңлатты. Улар бөтәһе лә яңы белемдәр, яңы еңеүҙәр һәм яңы асыштар алдында.
Читайте нас: