-6 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Сентябрь 2019, 12:13

«Иғтибар – балалар!»

Башҡортостанда «Иғтибар – балалар!» тигән профилактик саралар уҙғарыла.

Башҡортостанда «Иғтибар – балалар!» тигән профилактик саралар уҙғарыла.
ЮХХДИ һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре яңы уҡыу йылы башында профилактик саралар уҙғара башланы. Балаларҙың юл-транспорт фажиғәләрендә йәрәхәтләнеү осраҡтары көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Ағымдағы йылдың ете айында республикала балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында 249 автомобиль аварияһы булған. Уларҙа ун бәлиғ булмаған бала һәләк булған, 270-е төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Август айында уҡ ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре урамдарҙы, юл торошон, йәйәүлеләр өсөн юл аша сығыу урындарын, уҡыу йорттары янында юл хәрәкәте билдәләренең нисек урынлаштырылыуын тикшерҙе. Балаларҙы хәүефһеҙ йөрөтөүҙө тәьмин итеүсе мәктәп автобустарының техник торошона айырыуса ҙур иғтибар бирелде.
Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре мәғариф учреждениеларында балаларға юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен өйрәтеү, профилактик саралар ойоштороу, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге паспорттары, уларҙы өйрәнеү мөйөштәре һәм майҙансыҡтары барлығын тикшереү буйынса ведомство-ара комиссия составына инде.
Белем биреү учреждениеларында балалар менән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүҙе пропагандалаған һәм урамдарҙа, юлдарҙа хәүефһеҙлек күнекмәләренә өйрәтеүсе төрлө акциялар: әңгәмәләр, конкурстар, викториналар уҙғарыла.
Водителдәр өсөн дә шулай уҡ тиҙлек режимын һаҡлау, балалар креслолары менән ҡулланыу кәрәклеге тураһында мәғлүмәт материалдары әҙерләнде.
«Горкомсервис» муниципаль унитар предприятиеһы һәм ирекмәндәр ярҙамында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре йәйәүлеләргә юл аша сығыу өсөн тәғәйенләнгән урындар алдында тротуарҙарға аҡ буяу менән «Балаңды ҡулынан тот! Велосипедтан төш! Наушниктарыңды һал!» тигән яҙыуҙар урынлаштырыу буйынса социаль акция уҙғарҙы. Был акция ололарға ҡатмарлы юл хәлендә юғалып ҡалған балаға(үҙеңдекенә генә түгел, ә сит балаға ла) иғтибарлы булырға саҡыра. Юл сатында кескәй йәйәүлене күрһәгеҙ, уны етәкләп, юл аша сығырға ярҙам итегеҙ.
Дәүләкән районы Дәүләт автоинспекцияһы ата-әсәләргә көн һайын балаларын мәктәпкә оҙатҡанда юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү кәрәклеген иҫтәренә төшөрөргә кәрәк белдерә. Кескәй саҡтан уҡ уларҙы үтәү- юлдарҙағы хәүефһеҙлек нигеҙе булыуын аңлатырға кәрәк. Балаларығыҙ өсөн өлгө булыуығыҙҙы бер ҡасан да онотмағыҙ. Әгәр ҙә балалар өсөн абруйлы булған иң яҡын кешеләре ҡағиҙәләрҙе үтәмәһә, бер ниндәй уҡытыуҙың да файҙаһы булмаясаҡ.
Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан, балалар өсөн махсус яйланмалар ҡулланыу, хәүефһеҙлек ҡайышын эләктереү кеүек кескәй пассажирҙарҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен һис кисекмәҫтән үтәү кәрәклеген иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Хәүефһеҙлек ҡайыштары менән йыһазландырылған машинала ете йәшкә тиклемге балаларҙы махсус яйланма – автокреслола йәки автолюлькала йөрөтөү кәрәклеген онотмағыҙ. Ете йәштән ун ике йәшкә тиклем балаларҙы машинаның артҡы урындығында автокресло йәки хәүефһеҙлек ҡайыштары ҡулланып йөрөтөргә була. Машинаның алғы урындығында ун ике йәшкә тиклем балаларҙы йөрөтөү тыйылмай, ләкин уларға махсус автокресло йәки автолюлька булыуы мотлаҡ.
Дәүләкән район Дәүләт автоинспекцияһы бәләкәй балалары булған бөтә ата-әсәләргә лә мөрәжәғәт итә. Балалар менән Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында һөйләшеүҙәр алып барырға ваҡыт табырға тырышығыҙ. Уларға һәр саҡ өлгө булығыҙ. Балалар сәләмәтлеге һәм ғүмере өсөн иң тәүҙә ололар яуаплы икәнен онотмағыҙ. Юлдарҙа балағыҙ менән күңелһеҙ хәл килеп тыумаһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырышығыҙ!
Читайте нас: