Көн болотло һәм ямғырлы булыуға ҡарамаҫтан, күргәҙмәгә сәскәләрен һәм композицияларын тәҡдим итеүселәр бик күп булды. Улар стендтар, күргәҙмәләр яһаған, өҫтәлдәрҙе гөлләмәләр менән матур итеп биҙәгән, килеүселәрҙең иғтибарын йәлеп итерлек үҙенсәлекле һыҙаттар табырға тырышҡан. Һәм улар быға өлгәштеләр ҙә! Сараны асыуға әҙерлек барған арала байрамды алып барыусы Нина Греценгер һәм район Мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр коллективтары ҡунаҡтарҙың күңелен асты. Дәүләкәндәр сәскәләр күргәҙмәһенә ысын күңелдән һоҡланды, жюри ҡатнашыусыларҙың ҡайһыһы иң яҡшыһы икәнен билдәләне, ә мәҙәниәт идаралығы хеҙмәткәрҙәре солистарҙың сығышын, танып-белеү уйындары, конкурстар, йомаҡтар, балалар һәм өлкәндәр араһында һорауҙар һәм яуаптар ойошторҙо. Ә залда һоҡланғыс костюмда оҙаҡламай дүрт йәше туласаҡ «Сәскәләр батшабикәһе» Злата Шелковская күренгәс (1-се урта мәктәп ҡарамағындағы мәктәпкәсә төркөм), алҡыштарҙың сиге булманы. Үҙенә ҡарата шундай иғтибарға тәьҫирләнеп ул шиғыр һөйләне, ә уның йәш ярымлыҡ һеңлеһе Агата өйөрөлөп бейене. Костюмды әсәләре Ильмира бик оҫта итеп әҙерләгән. Байрамдың йәш ҡатнашыусыһы «Щелкунчик» булып кейенгән Женя Филимонов (7-се урта мәктәп) костюмының үҙенсәлеге, оҫталығы, дәрте менән ҡыҙҙарҙан бер ҙә ҡалышманы.
Байрамды ойоштороусылар «Сәскәләрҙән фантазия» байрамында ҡатнашыусы ауыл биләмәләренә, район Мәҙәниәт йорто филиалдарына, ойошмаларға, учреждениеларға, барлыҡ ҡала һәм район халҡына рәхмәт белдерҙе.
Ә номинациялар был юлы күп булды.
Мәҫәлән, «Иң яҡшы биҙәлешле сәскә композицияһы», «Сәскәләрҙән иң яҡшы картина», «Иң ҙур сәскә кроссворды», «Иң яҡшы маскарад костюмы», «Сәскәләр батшабикәһе» һәм башҡалар.
Шунда уҡ күргәҙмәгә тәҡдим ителгән эштәрҙең презентацияһы булды. Гөлләмәнең йәки композицияның авторы үҙ эшенең темаһы, нимә аңлатыуы, ҡулланылған материалдар, технологиялар тураһында һөйләргә тейеш ине. Быны музыкаль, шиғри, бейеү формаһында эшләргә мөмкин булды.
«Сәскә ат, тыуған Башҡортостаным» (район Мәҙәниәт йортоноң Ивангород филиалы), «Башҡортостан Республикаһына 100 йыл» (район Мәҙәниәт йортоноң Мәкәш филиалы), «Сәскәләр театры – тәьҫораттар төҫө», (район Мәҙәниәт йортоноң Бик -Ҡарамалы филиалы), «Алтын башаҡ» (7-се «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы), «Көҙгө симфония» (район Мәҙәниәт йортоноң Ленинск филиалы), «Алтын көҙ – сәскәләр ожмахы» (район Мәҙәниәт йортоноң Суйынсы филиалы) һәм башҡа бик күп композициялар килеүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. «Фрейя» сәскә магазины конкурсҡа үҙенсәлекле композиция тәҡдим итте - «Тамсыҡай» туй гөлләмәһе һәм сәскә формаһында эшләнгән әйберҙәр ҡунаҡтарға бик оҡшаны.
«Сәскәләр баҡсала һәм йортта» тип аталған китаптар стенды ойошторған, «Сәскәләр китабы» композицияһын тәҡдим иткән үҙәк китапхана системаһы һәм балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре күргәҙмәне ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәтте.
Ә ниндәй байрам бүләкһеҙ булһын ти! Жюри ағзалары сарала ҡатнашыусыларҙың һәр береһенең ижади эш итеүен, үҙенсәлеген юғары баһаланы. Еңеүселәр дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр алды. Беренсе урын - район Мәҙәниәт йортоноң Мәкәш филиалына, икенсе урын - «Фрейя» магазинына, өсөнсө урын - район Мәҙәниәт йортоноң Бик -Ҡарамалы филиалына бирелде. Конкурста ҡатнашыусыларҙың бөтәһенә лә грамоталар һәм бүләктәр тапшырылды.