+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Сентябрь 2019, 11:55

Яңы уҡыу йылы башланды

Беренсе класс уҡыусыларының тулҡынланыуҙан алһыуланған йөҙҙәре, мәктәп дуҫтарың менән шатлыҡлы осрашыуҙар һәм, әлбиттә, ҡосаҡ-ҡосаҡ сәскә гөлләмәләре – 2 сентябрҙә районыбыҙҙың бөтә мәктәптәрендә лә тантаналы линейкалар булып уҙҙы.

Беренсе класс уҡыусыларының тулҡынланыуҙан алһыуланған йөҙҙәре, мәктәп дуҫтарың менән шатлыҡлы осрашыуҙар һәм, әлбиттә, ҡосаҡ-ҡосаҡ сәскә гөлләмәләре – 2 сентябрҙә районыбыҙҙың бөтә мәктәптәрендә лә тантаналы линейкалар булып уҙҙы. Был көндө байрам ҡыңғырауы райондың биш меңгә яҡын малай һәм ҡыҙҙары өсөн сыңланы. Уларҙан 494 бала тәүләп парталар артына ултырҙы.
1-се урта мәктәптәге байрам тантанаһына 500-ҙән ашыу кеше: уҡыусылар, ата-әсәләр, педагогтар һәм саҡырылған ҡунаҡтар йыйылды. Башҡортостан Республикаһы Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса идаралығы начальнигы Илһам Фәтҡуллин, Дәүләкән районы мәғариф идаралығы начальнигы Наталья Кузовова, Дәүләкән районы прокуроры Юрий Сердюк, «Нефтемаш» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Александр Филимонов уҡыусыларҙы Белем көнө менән ҡотланы. Яңы уҡыу йылында улар балаларға уңыштар теләне.
Был көндө ҡулдарына ҙур сәскә гөлләмәләре тотҡан беренсе класс уҡыусылары иғтибар үҙәгендә булды. Уларға арнап шиғырҙар уҡылды, йырҙар йырланды. Өлкән иптәштәре кескәйҙәргә ысын уҡыусы ниндәй булырға тейешлеге тураһында наказ уҡып ишеттерҙе...
Һәм бына көтөп алынған ҡыңғырау сыңлауы. Ул һәр уҡыусыны үҙҙәренең класс бүлмәләренә саҡырҙы. Дәррәү алҡыштар аҫтында кескәйҙәр уҡытыусылары артынан тәүге дәрестәренә атланы. Яңы уҡыу йылы башланды. Хәйерле юлға!
Читайте нас: