Йәйҙең һуңғы көнө 31 августа, Имай-Ҡарамалы ауылында яҡташыбыҙ, сик һаҡсыһы Рамай Ардыуан улы Әхмәҙиевҡа яңы һәйкәл асыу тантанаһы булып уҙҙы.
СССР һәм Ҡытай халыҡ республикаһы араһында 1969 йылдың мартында Даман утрауы өсөн ыҙғыш сыға. 57-се сик буйы отряды яуаплы булған зонала Ҡытай хәрбиҙәре алдан уйланған провокация ойоштора. СССР-ҙың территориаль бөтөнлөгө өсөн барған ҡораллы бәрелештә совет сик һаҡсылары күп юғалтыуҙар кисерә. Һәләк булыусылар араһында яҡташыбыҙ, Имай-Ҡарамалы ауылынан 19 йәшлек һалдат Рамай Әхмәҙиев тә була.
Ул ваҡыттағы власть башлыҡтары ҡарарына һәм урынлашҡан хәрби традицияларға ярашлы, һәләк булған яугирҙе батырҙарға күрһәтелгән дан-шөһрәттәр менән ул уҡыған мәктәп янындағы скверҙа ерләйҙәр.
Йылдар үтте, Советтар Союзы ла тарихтар төпкөлөнә төшөп юғалды. Батыр һалдаттың ҡәберенә ҡуйылған обелиск та ныҡ иҫкерҙе. Шулай булһа ла, Рамай Әхмәҙиевтың хәрби бурысын намыҫ менән үтәүен ауылдаштары әле һаман хәтерендә һаҡлай.
Даман утрауындағы совет-ҡытай бәрелешенә 50 йыл тулған көндәрҙә Имай-Ҡарамалы ауылы кешеләре: С.М. Ғабдрафиҡова, Р.З. Харисов, Ф.Т. Зиятдинов, И.Ш. Солтанаев инициатив төркөмгә берләшеп, һәләк булған яҡташыбыҙ ҡәберенә яңы заманса һәйкәл ҡуйырға ҡарар итә. Инициатив төркөмдөң патриотик ынтылышын бөтә ауылдаштар ҙа хуплап сыға. Батыр яугиргә һәйкәл ҡуйыуҙа кешеләр ҡулдарынан килгән тиклем ярҙам итә. Улар йыйған аҡсаға яҡташтары ысын мәғәнәһендә халыҡ һәйкәле төҙөй.
Был көндө мәктәп янындағы скверҙа урындағы халыҡ, мәктәп уҡыусылары, ижтимағи-патриотик ойошмалар вәкилдәре йыйылды. Тантаналы сара тетрәндергес көйҙәр менән башланып китте. Тулҡынландырғыс көй һәм йыйылыусыларҙың алҡыштары аҫтында һәйкәлде ҡаплап торған зәңгәр япма ҡара гранит таштан талғын ғына шыуып төштө.
Йыйылыусылар алдында тәбрикләү һүҙҙәре менән Имай-Ҡарамалы ауыл Советы башлығы Х.Р. Заманов, һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы көстәр, хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының ҡала - район советы рәйесе Р.Ш. Гәрәев, Әлшәй һәм Дәүләкән райондарының хәрби комиссариаты вәкиле Н.А. Воронов, ветерандарҙың «Хәрби туғанлыҡ» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Дәүләкән район бүлексәһе етәксеһе Ю.Б. Балаба һәм башҡарылған эштәре өсөн кешеләр ихтирамын яулаған инициатив төркөм вәкилдәре сығыш яһаны.
Был төркөмдөң әүҙем гражданлыҡ позицияһы бөтә сығыш яһаусыларҙа ла хуплау тапты. Уларҙың изге эше ижтимағи-патриотик ойошмаларҙың рәхмәт хаттары менән билдәләп үтелде, ә Рәфит Зәйнулла улы Харисов «Рәсәй Ҡораллы Көстәренә 100 йыл» тигән иҫтәлекле миҙалға лайыҡ булды.
Р.А. Әхмәҙиевтың ҡәберенән алыҫ түгел, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм хәбәрһеҙ юғалған урындағы мәктәп уҡытыусылары иҫтәлегенә ҡуйылған тағы бер обелиск бар. Мәктәп скверы территорияһы артабан да реконструкция талап итә. Урындағы хакимиәт башлығы был эштәрҙе Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына тамамларға һүҙ бирҙе һәм яңыртылған сквер дан һәм хәтер урынына әйләнер тигән ышаныс белдерҙе.