+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Сентябрь 2019, 18:24

Ғүмәр Әбделманов - яратҡан артисыбыҙ

2019 йылдың 15 декабрендә яратҡан артистарыбыҙҙың береһе Ғүмәр Әбделмановҡа 90 йәш тула.

2019 йылдың 15 декабрендә яратҡан артистарыбыҙҙың береһе Ғүмәр Әбделмановҡа 90 йәш тула.
Ул – башҡорт эстрадаһы сәхнәһендә яҡты йондоҙҙарҙың береһе. Уның Ләлә Муллабаева менән дуэттары сәнғәткә яңы һулыш индерҙе тиһәң дә була. Бигерәк тә “Һәр көндө керәһең төшөмә” йыры улар башҡарыуында айырыуса үҙенсәлекле яңғырай. «Имәндәр шаулай» иһә өлкән быуын вәкилдәренең күптәренең бөгөн дә күңеленә ятҡан иң матур йырҙарҙың береһе. Шулай уҡ уның башҡарыуында «Сәлимәкәй», «Сибай» халыҡ йырҙарын, композиторҙар Хөсәйен Әхмәтов, Таһир Кәримов, Рәүеф Мортазин, Роза Сәхәүетдинованың әҫәрҙәрен тамашасы яратып тыңлай.
Ғүмәр Мөғәләм улының Башҡортостан мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур.
Читайте нас: