+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Сентябрь 2019, 13:41

«Ауылым өсөн янып-көйәм!»

Элекке Киров исемендәге колхоз рәйесе, хеҙмәт ветераны Фәнил Ғиндулла улы Хәмитов үҙенең һайлау участкаһында тәүгеләрҙән булып тауыш бирҙе.

Элекке Киров исемендәге колхоз рәйесе, хеҙмәт ветераны Фәнил Ғиндулла улы Хәмитов үҙенең һайлау участкаһында тәүгеләрҙән булып тауыш бирҙе.
Һайлауҙар тураһында һөйләгәндә, ул үҙенә генә хас тәүәккәл һәм ныҡлы тауыш менән: «Һайлауҙарҙа тауыш биреү – һәр кемдең гражданлыҡ бурысы! Лайыҡлы кандидат өсөн тауыш биреп, һин һайлауҙарҙан һуң уға мөрәжәғәт итергә тура килһә, уға яҙмышыңды ышанып тапшырыуың тураһында әйтә һәм уның һайлау алды программаһы нисек тормошҡа ашырылыуы тураһында ҡыҙыҡһына алаһың. Ә инде тауыш бирмәһәң, кемдән һорайһың? Шуға Бик-Ҡарамалы ауыл Советы һәм бөтә районыбыҙ кешеләре гражданлыҡ әүҙемлеген күрһәтер тип өмөтләнәм», - ти.
Һайлауға Фәнил Ғиндулла улы үҙенең тормош иптәше Рәшиҙә Нәғим ҡыҙы менән килде. Уның ғаиләһе, Бик-Ҡарамалы ауылында йәшәүсе улы Альберт Хәмитов ғаиләһе менән был һайлау участкаһында тауыш бирә. Ул да атаһы кеүек бөтә йәне-тәне менән тыуып-үҫкән ере өсөн янып, Башҡортостан ауылдарының киләсәге булыуына ышанып йәшәй.
Читайте нас: