+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Сентябрь 2019, 19:29

Һайлауға – бөтә ғаилә менән!

Дәүләкән ҡалаһында иң алыҫтағы һайлау участкаларының береһе Бәләбәй механизациялау һәм электрификациялау колледжы филиалы бинаһында урынлашҡан.

Дәүләкән ҡалаһында иң алыҫтағы һайлау участкаларының береһе Бәләбәй механизациялау һәм электрификациялау колледжы филиалы бинаһында урынлашҡан. Бында көньяҡ микрорайонда йәшәүселәр тауыш бирә.
Һайлау комиссияһы рәйесе Р.Н. Хәмитова әйтеүенсә, 13.00 сәғәткә 497 кеше тауыш биргән. Рәзилә Насир ҡыҙы билдәләүенсә, күптәр һайлауға балалары, тотош ғаиләләре, олатай һәм өләсәйҙәре менән килә.
Был участкала тауыш биреүселәр араһында район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Айҙар Әнғәм улы Шәйҙуллин да бар ине. Ул ҡатыны Ирина Фәрит ҡыҙы, өлкән улы Денис, ҡыҙы Эвелина һәм биш йәшлек кескәй улы Тимур менән килгән. Айҙар Әнғәм улы әйтеүенсә, һайлауҙың ни икәнлеген аңлатыу өсөн балала бәләкәйҙән үк ҡыҙыҡһыныу уятырға кәрәк.
Участкала тауыш биреү өсөн биш кабина, бюллетень һалыу өсөн ике урна ҡуйылған. Иң тәүге булып килеүселәрҙе бүләктәр һәм сюрприздар көтә ине. Тәүге һайлаусыға -тәмлекәстәр, иң өлкән кешегә - сәй, ата-әсәләре менән килгән балаларға шоколадтар таратылды. Бина фойеһында мобиль китапхана эшләне, унда һәр кем үҙенә оҡшаған баҫма һайлай алды.
Төштән һуң колледж стадионында көҙгө кросс булды.
Читайте нас: