+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Сентябрь 2019, 20:10

Һайлау беҙҙең өсөн байрам: беҙ - илебеҙҙең патриоттары!

Надежда Тузова – күп бала әсәһе, 1717-се һайлау участкаһына ул үҙенең ҡыҙҙары ете йәшлек Яна һәм ике йәшлек Галина менән килгән.

Надежда Тузова – күп бала әсәһе, 1717-се һайлау участкаһына ул үҙенең ҡыҙҙары ете йәшлек Яна һәм ике йәшлек Галина менән килгән.
- Улым Максим быйыл тәүге тапҡыр тауыш бирә, ул атаһы һәм ҡустыһы менән һуңғараҡ киләсәк, - тине Надежда. – Беҙҙең өсөн һайлау йола һәм байрам. Бәләкәй саҡта ата-әсәләребеҙ беҙҙе һайлауға гел үҙҙәре менән ала торғайны, хәҙер был көн иҫтәрендә
ҡалһын өсөн үҙебеҙ балаларҙы алып киләбеҙ. Уларға тауыш биреүҙең тормошобоҙ өсөн әһәмиәтле булыуы тураһында һөйләйбеҙ. Балаларыбыҙҙың илебеҙҙең патриоттары булып үҫеүен теләйбеҙ һәм Башҡортостанда кем етәксе булыуына битараф түгелбеҙ.
Ҡыҙҙарҙы һауа шарҙары һәм тәмле кәнфиттәр айырыуса ҡыуандырҙы, уларҙы ата-әсәләре менән килгән балаларға участка һайлау комиссияһы ағзалары таратты.
Читайте нас: