+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Сентябрь 2019, 19:50

Һайлаусыларҙы күрер өсөн

Ҡалала йәшәүсе Сергей Николаевич Степанов өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, байрам атмосфераһын тойор өсөн 1718-се һайлау участкаһына үҙе килгән.

Ҡалала йәшәүсе Сергей Николаевич Степанов өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, байрам атмосфераһын тойор өсөн 1718-се һайлау участкаһына үҙе килгән.
- Башҡа һайлаусыларҙы күрәһем килде, - ти ветеран, - йәштән үк һайлауҙарҙы ҡалдырғаным юҡ. Үҙем һайлаған кандидаттың еңеп сығыуын теләйем. Йәшерәк саҡта үҙешмәкәр оркестрҙа иртәнге алтынан уҡ торбала уйнаным, килеүселәрҙе музыка менән ҡаршы ала торғайныҡ. Вальс, марш, уларҙың һорауы буйынса төрлө көйҙәр уйнай инек. Кешеләр рәхәтләнеп бейергә төшә торғайны.
Участкала 2435 һайлаусы теркәлгән. Был ҡалалағы иң ҙур һайлау участкаларының береһе. 30 йәшкә тиклемгеләр – 382 кеше, 18 йәше тулған утыҙ биш кеше тәүге тапҡыр тауыш бирә. Улар өсөн иҫтәлекле булған ваҡиға айҡанлы, комиссия ағзалары һайлауға тәүге тапҡыр килгән йәштәргә грамоталар һәм ҙур булмаған бүләктәр әҙерләгән. Ә иң тәүге һайлаусыға сәк-сәк тапшырылды. 40-тан ашыу кеше өйҙәрендә һайлай. Үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәр өсөн халыҡ көнө буйы һайлау участкаһына ағылды.
Читайте нас: