Дәүләкән ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы В.В. Гапоненко һайлау участкаһында тауыш бирҙе. Ул был һайлау бик мөһим, республиканың киләсәге һәр беребеҙгә бәйле булыуын билдәләне:
- Башҡортостан әүҙем үҫешә, күләмле үҙгәрештәр бара, ҡала һәм район да төҙөкләндерелә. Кеше, гражданин, хакимиәт вәкиле булараҡ, республикабыҙҙың, кесе тыуған илебеҙҙең сәскә атыуын теләйем, шуның өсөн үҙ тауышымды бирәм. Дәүләкәндәрҙең дә был мөһим ваҡиғаға аңлы ҡарауына ышанам.
Ҡала биләмәһе хакимиәте бинаһында урынлашҡан һайлау участкаһында, һәр ваҡыттағыса, кеше күп. Һайлау участкаһы Карл Маркс урамында, ҡала биләмәһе хакимиәте бинаһында урынлашҡан. Бында Чкалов, Высоковольтный, К. Маркс, 1528-се километрҙа йәшәүселәр тауыш бирә. Һайлау участкаһына ингән ерҙә “Факел” эҙәрмәндәр отряды Бөйөк Ватан һуғышы үткән урындарҙа табылған экспонаттарҙан күргәҙмә ойошторған, һайлауға килеүселәр уларҙы ҡыҙыҡһынып ҡарай. Ирекмәндәр уларҙың һорауҙарына яуап бирә һәм алма менән һыйлай.
Участка һайлау комиссияһы рәйесе Д.Й. Биктимеров әйтеүенсә, ике сәғәт элек 125 кеше тауыш тауыш биргән.