+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Сентябрь 2019, 11:37

Дәүләкәндәр көндәрен һайлауҙан башлай

Дәүләкән ҡалаһының һайлау участкаларының береһе Завод урамында физкультура-һауыҡтырыу бинаһында урынлашҡан.

Дәүләкән ҡалаһының һайлау участкаларының береһе Завод урамында физкультура-һауыҡтырыу бинаһында урынлашҡан. Был участка һайлаусылары булып Йәштәр, Республика һәм Энгельс урамдары кешеләре тора.
Участкала һайлау өсөн өс кабинка һәм өс бюллетендәрҙе һалыу урнаһы ҡуйылған. Тәүгеләрҙән булып һайлаусыларға 45 бүләк: бер тапҡыр бассейнға барыу өсөн талон, татлы приздар һәм балаларға сағыу шарҙар әҙерләнгән. Физкультура-һауыҡтырыу комплексы фойеһында «Самбо-75» балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә шөғөлләнеүселәрҙең күп һанлы наградаларынан күргәҙмә ойошторолған. Уның менән теләге булған һәр кем таныша ала.
Һайлау комиссияһы рәйесе О.П. Хәмиҙуллина әйтеүенсә, иртәнге 8.00 сәғәткә бында 15 һайлаусы үҙ тауышын биргән дә инде. Был районда йәшәүселәрҙең төп ағымы һайлау участкаһында 10.00 сәғәттән 13.00 сәғәткә тиклем булыр тип көтөлә.
Тәүгеләрҙән булып яҡын-тирәләге йорттарҙан иң әүҙем пенсионерҙар кандидаттар өсөн үҙ тауыштарын бирҙе. Һайлауҙан һуң улар картуф ҡаҙыу һәм үҫтерелгән уңыштарын ҡышҡылыҡҡа һаҡлау өсөн баҡсаларына китә. Бөгөн көн торошо ла байрамса-күктә ҡояш көлә!
Тәүгеләрҙән булып һайлаусылар араһында Рәүис Рәйес улы Шәйхетдинов та бар. Ул күп йылдар инде Россельхозбанктың Дәүләкән бүлексәһендә водитель булып эшләй. Рәүис Рәйес улы бик яуаплы һайлаусы: иң тәүҙә ул көнөн кандидаттар өсөн тауышын биреүҙән башлаған, ә ҡалған ваҡытын был арала йыйылып киткән хужалыҡ эштәре менән үткәрәсәк.
Читайте нас: