+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Сентябрь 2019, 17:40

Ер улдарына таянабыҙ

- Һайлау минең өсөн һәр саҡ ҙур әһәмиәткә эйә, - тине һайлау участкаһына килеп район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Рафаил Ғәни улы Әхмәтйәнов.

- Һайлау минең өсөн һәр саҡ ҙур әһәмиәткә эйә, - тине һайлау участкаһына килеп район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Рафаил Ғәни улы Әхмәтйәнов. – Беҙҙең быуын йәмғиәт өсөн мөһим булған сараларға яуаплы ҡарарға өйрәнгән. Республика Башлығын һайлауҙан ситләшкән кешеләрҙе бөтөнләй аңламайым. Киләсәгебеҙҙең ниндәй буласағы үҙебеҙҙең әүҙемлегебеҙҙән тора бит.
Райондың ауыл хужалығы үҙенең хеҙмәткәрҙәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Тыуған еренә береккән кешеләр иген игә, мал-тыуар үҫтерә, аҙыҡ-түлек сәнәғәтенә үҙ өлөшөн индерә.
Бөгөн Башҡортостан Башлығын һайлау менән бер рәттән ауыл биләмәләрендә депутаттар һайлана. Был бик мөһим процесс, сөнки ауыл Советы депутаты – яҡташтарының ихтыяждарын яҡшы белә һәм урындағы үҙидара органдарына мөрәжәғәт итә. Ул шулай уҡ ауыл халҡының тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән төрлө кимәлдәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә. Шуға лайыҡлы кандидаттар өсөн тауыш биреү айырыуса мөһим.
Читайте нас: