+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Сентябрь 2019, 14:16

Халыҡтың әүҙемлеге ышанысты аҡлай

4-се лицейҙың башланғыс мәктәбе бинаһының 1720-се һайлау участкаһында был сәғәттәрҙә айырыуса йәнлелек һиҙелә.

4-се лицейҙың башланғыс мәктәбе бинаһының 1720-се һайлау участкаһында был сәғәттәрҙә айырыуса йәнлелек һиҙелә. Кирбес заводы микрорайонында йәшәүселәр берәмләп тә, ғаиләләре, балалары менән дә һайлау урынына йүнәлә.
- Иртәнге сәғәт етенән алып граждандар бер-бер артлы үҙҙәренең участкаларына ағыла башланы. Микрорайонда килеүселәрҙең һаны ғәҙәттәгесә юғары кимәлдә, - тип билдәләп үтте участка һайлау комиссияһы рәйесе Нина Юрьевна Тевс. – Урта һәм өлкән йәштәгеләр менән бер рәттән бөгөн йәштәрҙең дә беренсе тапҡыр тауыш биреүе ҡыуаныслы. Улар беҙҙең исемлектә ун бер кеше.
Һайлау комиссияһы ағзалары һайлаусыларҙың әүҙемлегенә бөгөн дә ышана. Әлегә һөҙөмтәләр аҡлана. 11 сәғәткә бында, алдан иҫәпләүҙәр буйынса 15 проценттан ашыу кеше тауыш биргән. Ә ғәфү итерлек сәбәптәр буйынса һайлау участкаларына килә алмаусыларға, йорттарына барып тауыш бирҙертеү өсөн бөтә нәмә әҙер.
Читайте нас: