Дүртөйлө ауылында йәшәүсе Миниса Шәрхи ҡыҙы Муллабаева районда иң өлкән кешеләрҙең береһе. Уға 92 йәш. Үҙ ғүмерендә ул бер һайлауҙы ла ҡалдырмаған, һәр ваҡыт беренселәрҙән булып тауыш бирә. Бөгөн дә ул был мөһим ваҡиғанан ситтә ҡалманы.
Сәләмәтлеге буйынса һайлау участкаһына бара алмағанлыҡтан, йортта тауыш биргән.
Миниса Шәрхи ҡыҙы бындай сараға яуаплы ҡарарға, шуның өсөн нисә йәштә булыуыңа ҡарамаҫтан һайлауҙа ҡатнашырға кәрәк тип иҫәпләй.