Бәләбәй механизациялау һәм электрификациялау колледжының Дәүләкән филиалы бинаһында урынлашҡан 1709-сы участкала иртәнге сәғәт 9-ҙа уҡ һайлауҙар тулы ҡеүәтенә бар ине. Яҡын-тирә урамдарҙа йәшәүселәр берәмләп тә, ғаиләләре менән дә килә. Иртәнге сәғәт 7-лә, участка һайлау комиссияһы асылғас та, республика Башлығы вазифаһына кандидат өсөн тауыш бирергә ошо микрорайонда йәшәүсе йәш кеше тәүге тапҡыр тауыш бирергә килде һәм уның тауышы үҙ ролен уйнар тип ышана.
Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығы Илгиз Фәнил улы Мөхәмәтйәнов һайлау участкаһына килеп, лайыҡлы кандидат өсөн тауыш бирҙе.
- Бөгөн, - тине ул,- беҙҙең район республика Башлығын ғына һайламай, ауылдарҙа ауыл биләмәләре депутаттары ла һайлана. Кешеләр яҡташтарының проблемаларын белеп, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләгән кандидаттар өсөн тауыш бирә.
Республика Башлығын һайлау – Башҡортостан, шул иҫәптән беҙҙең район халҡы өсөн дә мөһим ваҡиға. Шуға һәр кем ҡайһы кандидиатты һайларға икәнлеген үҙе хәл итергә тейеш. Тормошобоҙҙағы ыңғай үҙгәрештәр, алда башҡараһы эштәр тураһында күп һөйләргә була, тағы ла яҡшыраҡ булһын өсөн һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала. Йәмәғәт тормошондағы әһәмиәтле ваҡиғаларҙа әүҙем ҡатнашып, үҙеңдең гражданлыҡ позицияңды белдереү мөһим. Киләсәгебеҙ үҙебеҙгә бәйле.