+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Сентябрь 2019, 15:08

Тәүге һайлаусыны сюрприз көтә ине

5-се гимназияла урынлашҡан һайлау участкаһына Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидаттарҙың береһе өсөн иң тәүгеләрҙән булып тауыш бирергә килеүселәргә бассейнға барырға абонемент бирелде.

5-се гимназияла урынлашҡан һайлау участкаһына Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидаттарҙың береһе өсөн иң тәүгеләрҙән булып тауыш бирергә килеүселәргә бассейнға барырға абонемент бирелде. Был улар өсөн көтөлмәгән бүләк булды.
Иң ҙурҙарҙың береһенән һаналған микрорайонда 18 йәштән өлкән меңдән ашыу кеше йәшәй. Уларҙың ун икеһе тәүге тапҡыр тауыш бирергә киләсәк. Йәштәргә участка һайлау комиссиялары ағзалары татлы бүләктәр, бассейнға барырға абонемент, Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһынан иҫтәлекле мөрәжәғәт әҙерләгән.
“Демократияның төп ҡаҙаныштарының береһе – ирекле һәм асыҡ һайлауҙар, халыҡ власы тап ошо юл менән барлыҡҡа килә. Бөгөнгө йәштәр – Рәсәйҙең сәйәси киләсәге. Дәүләттең уңышы иң тәүҙә йәштәргә бәйле. Һайлауҙарҙа ҡатнашыу – Тыуған илебеҙҙең һәм республикабыҙҙың киләсәген формалаштырыуға өлөшөңдө индереү тигән һүҙ ул”, - тигән юлдар бар мөрәжәғәттә.
Гражданлыҡ әүҙемлеге күрһәткәндәре өсөн егеттәргә һәм ҡыҙҙарға рәхмәт белдерелә.
Айвар Фәтҡуллин иң тәүгеләрҙән булып һайлауға килгән. “Был минең гражданлыҡ бурысым, - ти ул, - үҙем ышанған кандидат өсөн тауышымды бирәсәкмен. Мөһим сәйәси ваҡиғанан ситтә ҡалырға теләмәнем. Минең тауышым мөһим роль уйнауы ихтимал. Эшкә ашығам, шуға иртүк килергә булдым. Быйыл һайлау участкаларының иртәнге 7-нән үк асылыуы яҡшы, йәкшәмбе ял итмәгән кешеләр эш сәғәте башланғансы тауыш биреп китә ала”.
Ғәҙәттәгесә, был көндө 5-се гимназияла “Асыҡ ишектәр көнө” үткәрелә, уның сиктәрендә “Факел” эҙәрмәндәр отрядының мәктәп музейын ҡарарға, дуҫтарса матчта ҡатнашҡан йәш футболистар өсөн янып-көйөргә, йәш рәссамдарҙың « Донъя балалар күҙлегенән» тип исемләнгән күргәҙмәһе менән танышырға мөмкин. Алыҫтан уҡ яңғыраған дәртле көйҙәр байрам атмосфераһын булдыра.
Читайте нас: