+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Сентябрь 2019, 18:05

Тауыш биреү – бик «тәмле»!

Высоковольтный урамындағы 3-сө АТС бинаһында урынлашҡан 1717-се һайлау участкаһы бөгөн үҙ һайлаусыларын мәҙәниәт идаралығы хеҙмәтсәндәре ойошторған ҡоймаҡтар фестивале менән ҡаршы алды.

Высоковольтный урамындағы 3-сө АТС бинаһында урынлашҡан 1717-се һайлау участкаһы бөгөн үҙ һайлаусыларын мәҙәниәт идаралығы хеҙмәтсәндәре ойошторған ҡоймаҡтар фестивале менән ҡаршы алды. Алсаҡ ҡыҙҙар әле генә табанан төшкән ҡоймаҡтарға ҡушып бер нисә төр ҡайнатма, бал һәм башҡа тәмлекәстәр тәҡдим итте.
Бында шулай уҡ ҡоймаҡ бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе, иң ҡабарып бешкән һәм иң йоҡа ҡоймаҡҡа конкурс ойошторолғайны. Мәмдүҙә Әйүпова, Валентина Дегтярева һәм Юлиә Әйүповалар был аҙыҡты әҙерләү оҫталыҡтары менән бүлеште.
Республика Башлығын һайлауҙа үҙ тауышын биргәндән һуң ҡоймаҡ менән һыйланғанда, Мәскәү урамында йәшәүсе Риф Мәүлийәров, үҙенең иле, республикаһы һәм ҡалаһы өсөн борсолғанға күрә һайлауҙарҙа тауыш биреүен, һайланған кандидат алдағы көндә лә тормошобоҙҙа барған ыңғай үҙгәрештәрҙе дауам итер тип ышаныуын белдерҙе.
Тәү тапҡыр тауыштарын биргән йәштәр өсөн тағы ла бер сюрприз: бассейнға һәм «Йылмайыу» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең стоматология кабинетына барыу өсөн абонементтар, ҙур булмаған иҫтәлекле бүләктәр әҙерләнгәйне.
Читайте нас: