Гражданлыҡ бурыстарын үтәп лайыҡлы кандидат өсөн тауыш биреүҙә оло быуын вәкилдәре бик әүҙем ҡатнаша. Быны улар көндөң тәүге яртыһында эшләргә тырыша, һуңынан инде үҙҙәренең йорт һәм хужалыҡ мәшәҡәттәренә тотона. Ә бөгөнгө ҡоро, ҡояшлы көн баҡсала эшләү өсөн генә тиерһең!
Йәштәр ҙә ололарҙан ҡалышмай, йылдың-йылы йәмәғәт тормошонда, төрлө йәштәр ойошмаларының эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашып, үҙҙәренең гражданлыҡ позицияһын һайлауҙар барышында белдерә.
- Һайлауҙарҙа һәр саҡ ҡатнашам. Был бик мөһим эш һәм унда ҡатнашыу-минең гражданлыҡ бурысым, сөнки беҙҙең, балаларыбыҙҙың киләсәге минең тауышымдан да тора,- тип фекере менән бүлеште ике мәктәпкәсә йәштәге балалары булған ғаилә башлығы Динар Фазылов.
1709-сы һайлау участкаһына 20-ләп урамда йәшәгән 1300-гә яҡын һайлаусы инә. Уларҙың күбеһе - оло йәштәгеләр. Төрлө сәбәптәр йәки һаулыҡтары торошо арҡаһында һайлау участкаларына килә алмағандарға участка һайлау комиссияһы ағзалары күсмә урналар алып, йорттарына бара.
Иң йәш һәм иң оло йәштәге һайлаусыларға бүләктәр, ә ҙурҙарға эйәреп килгән балаларға тәмле шоколадтар әҙерләнгән.