+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Сентябрь 2019, 17:07

Йәш быуын тауыш бирә

7-се мәктәптә урынлашҡан 1718-се һайлау участкаһына Регина Шафиҡова тормош иптәше Роберт һәм бәләкәй улы Самир менән килгән.

7-се мәктәптә урынлашҡан 1718-се һайлау участкаһына Регина Шафиҡова тормош иптәше Роберт һәм бәләкәй улы Самир менән килгән.
- Быйыл улым беренсе класҡа уҡырға барҙы һәм мин уның мәктәбендә бөгөн ниндәй мөһим ваҡиға барыуын, бәләкәй сағынан уҡ һайлауҙар – граждандарҙың почетлы бурысы булыуын, бында хөкөм һөргән күтәренке байрам атмосфераһын бәләкәйҙән үк тойоп, өйрәнеп үҫһен тип, үҙем менән алдым. Әлегә ул бәләкәй, үҫеп еткәндә инде үҙенең хоҡуҡтары менән тулыһынса файҙаланып, гражданлыҡ позицияһын киләсәк һайлауҙарҙа үҙ ҡарашын ирекле белдерә алыуына ышанам,- ти йәш ҡатын.
- Беҙҙең ғаилә өсөн һайлауҙарҙа ҡатнашыу- балаларыбыҙҙың яҡты киләсәге, кешеләр үҙҙәрен һөнәри һәм шәхси өлкәләрҙә үҫешкән итеп тойған, бында бөтәһенә лә: балаларға ла, өлкәндәргә лә, ололарға ла йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырылған имен һәм үҫешкән төбәктә ғүмер итеүе өсөн үҙ тауышыңды биреү тип уйлайым,- тине Роберт Шафиҡов.
Читайте нас: