+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Сентябрь 2019, 21:14

Йәштәр киләсәк өсөн тауыш бирә

Шестаев ауылында йәшәүсе Елена Мазанова һайлауҙа тәүге тапҡыр ҡатнаша.

Шестаев ауылында йәшәүсе Елена Мазанова һайлауҙа тәүге тапҡыр ҡатнаша. Уның йәшендәге тағы ла дүрт кеше өсөн был тормоштарындағы мөһим ваҡиға.
Светлана Пашкова, Светлана Дәүләтшина, Кирилл Чалов, Олег Мурмилов өсөн дә был һайлау беренсе.
18 йәш тулғас һайлауҙа ҡатнашыу – тимәк, өлкәнәйеү, илебеҙҙең тулы хоҡуҡлы гражданы булыу. Район, республика, ил үҫеше өсөн ул тулыһынса тауыш бирергә хоҡуҡлы. Ошо хоҡуҡтан файҙалана алыуым менән ғорурланам, ти Елена. Йәмғиәт тормошонда ҡатнашыу уға үҙен өлкәнерәк хис итергә булышлыҡ иткән, ышаныс тыуҙырған.
Ҡулына бюллетень алып, үҙе һайлаған кандидаттың фамилияһы ҡаршыһына билдә ҡуйғанда ҡыҙ тулҡынланыу кисерә. Был аңлашыла ла, мөһим ҡарар ҡабул итергә кәрәк бит. Тәүге тапҡыр һайлауға килгән һәр кеше ошондай тойғолар кисерәлер, моғайын.
Читайте нас: