+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Сентябрь 2019, 16:57

Баҡсасы кәңәше

Хөрмәтле баҡсасылар!Ә һеҙ помидорҙы ҡышҡылыҡҡа ҡар аҫтына ла ултыртырға ярағанды белә инегеҙме? Бындай ысул менән ултыртылған рассада йортта үҫкәненә ҡарағанда күпкә сыҙамлыраҡ булып үҫә. Күп баҡсасылар был ысул менән файҙалана.

Хөрмәтле баҡсасылар!
Ә һеҙ помидорҙы ҡышҡылыҡҡа ҡар аҫтына ла ултыртырға ярағанды белә инегеҙме? Бындай ысул менән ултыртылған рассада йортта үҫкәненә ҡарағанда күпкә сыҙамлыраҡ булып үҫә. Күп баҡсасылар был ысул менән файҙалана.
Тәүге ҡырауҙар төшә башлағас та помидор ултыртырға ваҡыт етә.
20 сантиметр тәрәнлектә соҡор ҡаҙыйбыҙ һәм унда бөтөн помидор йәки услап орлоҡ һалабыҙ. Тупраҡ менән яҡшы итеп күмәбеҙ. Орлоҡтар туңмаһын өсөн ағас ботаҡтары, ҡоро япраҡтар өйөп, йәшник менән ҡаплап ҡуябыҙ.
Ҡар яуғас, йәшник өҫтөнә ҡар ҡатламы өйәбеҙ.
Яҙ көнө көндәр йылына башлағас, япраҡтарҙы йыйып алабыҙ.
Оҙаҡламай был урында тәүге үҫентеләр морон төртәсәк. Ә һеҙгә инде сыҡҡан рассаданы һирәкләп күсереп ултыртаһы ғына ҡала. Был рассада бик сыҙамлы була. Шул уҡ ысул менән көҙҙән ҡыяр ҙа ултыртырға мөмкин.
Был мөһим! Рассаданы ҡырауҙар төшә башлағансы ултыртмағыҙ! Был осраҡта улар иртә сыға һәм туңыуы ихтимал.
Мул уңыштар һеҙгә!
Читайте нас: